

Борон-борондан ата-бабаларыбыҙ, өләсәйҙәр рәхәтләнеп самауыр сәйе эскәндәр. Самауырҙы ҡомартҡы итеп быуындан быуынға тапшыра килгәндәр. Бигерәк тә шифалы улән сәйҙәрен баллап, тәмләп эсергә яратҡан халҡыбыҙ. Боронғо йолаларыбыҙҙы, халҡыбыҙҙың ихласлығын, йомартлығын, уңғанлығын сағылдырған ҡунаҡсыллыҡ йолаһын һаҡлау, ихтирам итеуҙе маҡсат итеп ҡуйҙы ғүмәрҙәр.