

Ун йыл элек ауылдаштар, ауылыбыҙҙың исеме есеменә тап килһен өсөн ауылда алма баҡсаһы булырға тейеш, тигән фекергә килә һәм эшкә тотона. Ауыл халҡы йыйылышып һөйләшеп, өй бөрөнсә аҡса йыйып, урам уртаһында алма баҡсаһы булдырыу хыялын тормошҡа ашырып та ҡуя.
Ауылдарының исеме есеменә тура килә хәҙер алмалыларҙың. Тиҫтә йыл элек ултыртҡан йәш алма үҫентеләре бына инде 5-6 йыл дауамында матур уңыштары менән ҡыуандыра ауыл халҡын. Август аҙағында аламалар алланып бешкән саҡта шул баҡсала күмәкләп алма йыйыу, бергәләп сәй эсеп, йырлашып-бейешеп ҡайтыу ҙа матур йолаға әйлнеп бара хәҙер алмалыларҙың. Өсөнсө йыл рәттән был сарала бик әүҙем ҡатнаша улар. Ауылда йәшәүселәр генә түгел, ҡаланан ялға ҡайтып-китеп йөрөүселәр ҙә ҡыуанып килә был байрамға. Быйыл да ул бик матур үтте. Ҡыҙыу ҡояш аҫтында тирләп-бешеп сәй эсеп, гармунға йырлап-бейеп, күстәнәскә ағастарҙан алмалар алып таралышты инәй-бабайҙар.
- Йәшебеҙ оло булһа ла, йөрөй алғанда барайыҡ әле тип, ошондай ауылда үткән сараларҙы ҡалдырмайбыҙ беҙ бабайым менән. Эй күңелле үтә бит улар беҙҙә, - ти 84-се йәше менән барған алмалы ағинәйе Фәймә Рәхимова. – Рәйлә бик маладис беҙҙең. Сараларҙың төрлөһөн үткәреп, беҙҙе саҡырып тора. Яңыраҡ үткән Ауылдаштар байрамында бабайым телмәр ҙә тотҡайны әле, быныһында мин йырлап маташтым. Шулай һәр саҡ күңелдәр күтәрелеп, йәшәүгә тағы ла дәрт алып ҡайтабыҙ.
Алманың төрлө сорттары үҫкән баҡса бөгөн мал-тыуар кермәһен өсөн кәртәләнгән. Киләһе йыл уның эсенә беседкалар, эскәмйәләр ҡуйып тағы ла матурларға һүҙ ҡуйышты ауыл халҡы. Ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын - Алмалының алма баҡсаһында алмалар алланып бешһен, алмалылар!
Автор фотолары