Мәҙәниәт
31 Август 2022, 12:00

Ауыл хәбәрҙәре

Йәй ҙә тиҙ генә уҙып китте, балаларға уҡырға барырға ла ваҡыт етте. 30 август көндө Көҙән мәҙәниәт йортонда ауыл китапханаһы менән берлектә "Һау бул, каникул" исемле күңелле сара уҙғарылды.

Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Шиғырҙар ҙа һөйләнек, тиҙ әйткестәр әйтешеп, йомаҡтар ҡойошток, әкиәт геройҙары тураһында викторина һораузарына ла яуаптар алдыҡ, ҡыҙыҡлы уйындар уйнап рәхәтләнеп ял итте балалар.
 
Йәй айҙары – балалар өсөн иң матур, иң ҡыҙыҡлы мәл тик китап уҡыуҙы ла оноторға ярамай, сөнки китап фекерҙе үҫтерә, һүҙ байлығын арттыра. Балалар өсөн сығарылған журналдар менән дә танышып киттек. Балалар ауылыбыҙҙың ағинәйҙәре "Әхирәттәр" төркөмөнән бүләктәр һәм тәмлекәстәр алыпта  һөйөндөләр. 
 
 
 
Фото: https://vk.com/public208685417
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Көҙән ауыл китапханаһы.
Читайте нас