Үҙ аяғым менән йөрөгәндә
Һис арымам, тиеп, нәҙер әйттем.
Ваҡыттарҙан алда йүгерә-атлай
Яҙмыш дәфтәрҙәрен нәҙегәйттем.
Китап асып, ниҙәр булыр, тиеп,
Күҙ һалманым килер көнөмә.
Ышанысым менән хыял ҡошон
Үҙем арбап алдым өнөмә.
Үҙ аяғым менән йөрөгәндә
Һис арымам, тигән нәҙерем бар.
Хоҙайыма һыйынып йәшәгәнгә
Донъялыҡта, шөкөр, ҡәҙерем бар.
Яҙмыш дәфтәрҙәрен нәҙегәйтеп,
Ҡалынайтам ғәмәл дәфтәрен.
Риза булһаң, ҡауырһындай икән
Иңгә төшкән донъя хәстәре.
Үҙ аяғым менән йөрөгәндә
Мин бәхетле булып арымам.
Бәхет өләшеүҙән ялыҡмам мин,
Сараһыҙлыҡтарға тарымам.
Таянырға иманым бар минең,
Һоҡланырға бәхет ҡошом бар.
Аяҡтарым ерҙе тойған саҡта
Ташламаһын мине ошолар.
+12 °С
Облачно



