Мәҙәниәт
19 Августа 2022, 12:00

Шәжәрә байрамы – рух байрамы!

13 августа тыуған ауылымда шаулап-гөрләп Дәүләтситдыҡовтар нәҫеленең шәжәрә байрамы үтте. Ишембай районының иң матур төбәгендә, мәңгелек урмандар башланған ерҙә, йәмле Рәүҙәк йылғаһы буйында урынлашҡан Һарғай ауылына ҡарт олатайыбыҙ Дәүләтситдыҡ вариҫтары йыйылды.

Шәжәрә байрамы – рух байрамы!Шәжәрә байрамы – рух байрамы!
Шәжәрә байрамы – рух байрамы!

Шәжәрә тамырҙарын барлау, туғандарҙы бергә йыйыу идеяһын нәҫелебеҙҙең ағинәйе Рәйсә еңгә башланы. Бөтә ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған Рәйсә еңгә - ауылыбыҙҙың быуындан быуынға иң ышаныслы, иманлы кешеләренә генә тапшырылып килгән шәжәрәһен күҙ ҡараһылай һаҡлап йәшәүсе хөрмәтле ағинәй. Уға был шәжәрәне үткән быуаттың 50-се йылдарында оло аҡһаҡал Харрас бабай тапшырып ҡалдырған. Шулай итеп, быуаттар төпкөлөнән беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән шәжәрәне барлап, хәҙерге цифрлы форматҡа күсереп, баннер итеп эшләнек. Әлеге көндә нәҫел сылбырында 426 кеше иҫәпләнә.

Рәйсә еңгә “Үҙем иҫән саҡта Дәүләтситдыҡ вариҫтарын шәжәрә байрамына йыйырға ине” тигән нәҙерен үтәп, үҙ исеменән аҡ ҡорбан салдырҙы. Ул үҙе кеүек рухлы балалар үҫтергән. Әлфинур менән Гөлназ ҡыҙҙары шәжәрә байрамын ойоштороуға күп көс һалдылар, илебеҙҙең төрлө тарафтарында йәшәп ятҡан нәҫелдәштәребеҙҙе табып, саҡырыуҙар ебәреп, уларҙы бер ҡорға тупланылар. Шәжәрә байрамы бик ойошҡан рәүештә, матур итеп төҙөлгән сценарий буйынса бер тында үтеп китте. Байрамға йыйылған кешеләр иң тәүҙә Төбәк яланын яңғыратып, Аллаһы Тәғәләне, изге Ҡөрьәнебеҙҙе данлап мөнәжәт әйттеләр, бөтә ырыуыбыҙға, илебеҙгә яҡты көндәр, тыныс тормош теләп доға ҡылдылар.

Дәүләтситдыҡ олатабыҙҙың 426 вариҫы араһында иң олоһо булып, хәҙерге көндә Маҡар ауылында йәшәүсе 83 йәшлек Хәлисә инәй һанала. Ул байрамға бөтә балалары, ейәнейәнсәрҙәре менән килгән. Уларға үҙенең тәү башлап тәпәй баҫҡан ғәзиз төйәген күрһәтеп, үҙенең тормош сәхифәләре менән уртаҡлашты.

Нәҫелебеҙҙең иң кескәй вәкиле - байрамға әҙерлек барышында тыуған 18 көнлөк кенә Мәҙинә.

Шәжәрәбеҙҙе өйрәнгәнсе, күптәребеҙ туған икәнебеҙҙе лә белмәй йәшәгәнбеҙ икән. Хәҙер инде туғанлыҡ ептәрен барлап, был сылбырҙы үҙебеҙҙән һуң килер быуындарға ышаныслы тапшырырбыҙ. Шәжәрә байрамының иң төп маҡсаты ла шул бит – нәҫел тамырҙарын һаҡлау, уны онотмай, ҡоротмай, киләсәккә алып барыу. Дәүләтситдыҡ олатай вариҫтары ырыу байрамынан иҫ киткес рух күтәренкелеге, иман көсө, туғанлыҡ, берҙәмлек тойғолары алып ҡайтты!

 

Шәжәрә байрамы – рух байрамы!
Шәжәрә байрамы – рух байрамы!
Шәжәрә байрамы – рух байрамы!
Автор:Сәүиә БИКМӨХӘМӘТОВА, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Читайте нас