Мәҙәниәт
18 Август 2022, 14:00

Самауырҙар шыжланы -байрамдар гөрләне

Самауыр – беҙҙең тарихыбыҙҙың һәм мәҙәниәтебеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшө. Элегерәк самауыр эргәһендә күмәкләп сәй эсеүҙәр йылы мөхиттә үткән. Хәҙер инде самауыр көндәлек кәрәк-ярағы түгел, ә музей экспонатына әйләнеп бара.

Самауырҙар шыжланы -байрамдар гөрләнеСамауырҙар шыжланы -байрамдар гөрләне
Самауырҙар шыжланы -байрамдар гөрләне

Еҙ самауырлы табында осрашыуҙар, байрамдар ғаиләләрҙә үҙ-ара дуҫлыҡты, быуындар бәйләнешен нығыта, ауылдарға йән өрә. Нәҡ ошо маҡсат менән Кинйәкәй ауыл китапханаһы күркәм йоланы тергеҙеп ауылдаштарын "Самауырҙа ҡунаҡта" тип исемләнгән фольклор байрам сараһына саҡырҙы.

Сара йыр-бейеү, йомаҡтар һәм мәкәлдәр әйтешеү, уйын-көлкөнән торған байрам концерты менән башланды, һуңынан ҡунаҡтар шыжлап торған самауыр янына, тәмле сәй табынына саҡырылды. Байрам бик күңелле һәм йылы мөхиттә үтте.

Шыжланы самауырҙар - гөрләне байрам. Шыжлап ултырған самауырҙар һәр ваҡыт яҡындарҙы бер табынға йыйһын, быуындарҙы бәйләп торһон!

 

Фото: https://vk.com/club190356819

Самауырҙар шыжланы -байрамдар гөрләне
Самауырҙар шыжланы -байрамдар гөрләне
Самауырҙар шыжланы -байрамдар гөрләне
Самауырҙар шыжланы -байрамдар гөрләне
Самауырҙар шыжланы -байрамдар гөрләне
Самауырҙар шыжланы -байрамдар гөрләне
Самауырҙар шыжланы -байрамдар гөрләне
Самауырҙар шыжланы -байрамдар гөрләне
Самауырҙар шыжланы -байрамдар гөрләне
Автор:Кинйәкәй ауыл китапханаһы.
Читайте нас