Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Август 2022, 13:00

Беҙҙең утарҙа – Шәжәрә байрамы!

Ошо көндәрҙә Йәнырыҫ ауыл Советы биләмәһендә урынлашҡан Яңы Йорт утарында Шәжәрә байрамы үтте.

Беҙҙең утарҙа – Шәжәрә байрамы!
Беҙҙең утарҙа – Шәжәрә байрамы!

Боронғо йолаларҙы дауам иткән был сарала Хәкимовтар, Фәйзуллиндар, Кәримовтар һәм Вилдановтар ғаиләләре сығыш яһаны.

Байрамда ҡатнашыусылар үҙ шәжәрәләрен ҙур форматта әҙерләп, сәхнәнән быуындар бәйләнеше тураһында һөйләп үтте. Нәҫелдә ниндәй данлыҡлы кешеләр, һөнәр эйәләре булған – былар бөтәһе лә ауылдаштар өсөн ҡыҙыҡ ине. Шәжәрәләре менән сығыш яһаусылар концерт номерҙары ла әҙерләгәйне. Һәр бер нәҫел өҫтәл конкурсына үҙ табынын ҡорҙо, уларға ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.

Яңы Йорт утарының күркәм байрамында 150-нән ашыу кеше ҡатнашты, ҡунаҡтар төрлө төбәктәрҙән һәм райондарҙан йыйылды. Сараны ойоштороусылар тамашасыларҙы шулай уҡ ауылдың үткәне һәм бөгөнгөһө менән таныштырып үтте.

Был утарҙа барлығы 20 кеше теркәлгән һәм уларҙың береһе лә иғтибарһыҙ ҡалманы. Мәҫәлән, ишле ғаиләләргә – Ләлә һәм Фәрит Шәриповтарға, Әминә һәм Фәнир Фәйзуллиндарға Йәнырыҫ ауыл Советы хакимиәте тарафынан парлы бүләктәр тапшырылды.

Яңы Йортта оҙаҡ йылдар староста вазифаһын үтәгән, яңыраҡ 60 йәшлек юбилейын билдәләгән Фәйрүзә Яппарова муниципаль район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде. Ҡотдос Вилданов менән Илүзә Яппароваға ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн шулай уҡ Рәхмәт хаты тапшырылды.

Беҙҙең быуын артабан да ата-бабаларҙың изге мираҫын ҡабул итеп, өйрәнеп һәм һаҡлап балаларыбыҙға тапшырыр, тип ышанабыҙ. Киләсәк көндәребеҙ имен булһын, бөтәбеҙгә лә бәхет, сәләмәтлек һәм уңыштар насип итһен! 

Автор:
Читайте нас: