Мәҙәниәт
16 Августа 2022, 16:00

Аяҡтарын талмаһын, ҡаталарың туҙмаһын!

.

Аяҡтарын талмаһын, ҡаталарың туҙмаһын!Аяҡтарын талмаһын, ҡаталарың туҙмаһын!
Аяҡтарын талмаһын, ҡаталарың туҙмаһын!

Куп байрамдар күргәне бар Биксән
Күп байрамдар әле күрәсәк.
Ә был байрам ауыл тарихына
Яңы байрам булып керәсәк.

Бөгөн Биксән мәҙәниәт йорто менән ауыл китапханаһы хеҙмәткәрҙәре "Аяҡтарын талмаһын, ҡаталарың туҙмаһын" исемле бик күңелле байрам үткәрҙе.

Ярышта Биксән ауылынан Механизаторҙар һәм Мәктәп урамдары, күрше Һайран, Арлар, Ҡарлар, Яңы Әптек ауылдары командалары көс һынашты. Уйын йыр-моң, төрлө ярыштар менән аралашып барҙы. Бар командалар ҙа бик матур итеп күргәҙмәләр эшләгән ине.

Галошты маҡтап бик күп йырҙар йырланды, шиғырҙар һөйләнде. Ысынлап та, галоштан башҡа ауыл йәшәй алмай, ауылдың вездеходы ул!

Ярыш бик көсөргәнешле барҙы, шулай ҙа уйын булғас еңеүселәр ҙә булырға тейеш.

Беренсе урынды - Һайран, икенсе урынды - Биксән ауылы командалары, өсөнсө урынды Яңы Әптектәр алды. Ҡарлар һәм Арлар командалары төрлө номинацияларға лайыҡ булды.

 

 

Фото: https://vk.com/id468613444

Автор:Биксән ауыл мәҙәниәт йорто
Читайте нас