Мәҙәниәт
11 Августа 2022, 07:00

Ни булһа ла булһын булғанынса...

.

Ни булһа ла булһын булғанынса...Ни булһа ла булһын булғанынса...
Ни булһа ла булһын булғанынса...

Ни булһа ла булһын булғанынса,
Йәшәй бирәм үҙем белгәнсә,
Эшем уңмай икән – үҙем көләм,
Өлгөрәйем кеше көлгәнсә!

Яратҡаным ярҙан эткән икән –
Үҙем бар бит ғәйеп эҙләргә,
Ямғыр ҡойоп яуа – мин маташам
Болот аша йондоҙ күҙләргә.

Абынам да ҡабат тороп баҫам,
Һөрлөгәм дә алға ынтылам,
Өмөт өҙөп, упҡындарға сумам,
Йондоҙ булып, күккә атылам!

Ғәмһеҙ генә, тыныс ҡына берәй
Булыр микән йәшәр көндәрем?
Йылмайыуҙан арып, баш терәһәм,
Һағышымды белә мендәрем…

Белгәнемсә генә йәшәп ятам,
Кәм дә түгел, беләм, артыҡ та,
Булғанынан Хоҙай яҙҙырмаһын,
Көтөп торһон, әйҙә, ҡартлыҡ та!

 

Фото: https://unsplash.com/

Автор:Фирүзә Абдуллина.
Читайте нас