Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Август 2022, 10:00

Әлдә әле бай түгелмен...

.

Әлдә әле бай түгелмен...
Әлдә әле бай түгелмен...

Әлдә әле бай түгелмен –
Тыныс итеп йоҡлайым,
“Байлыҡ өсөн минең янда
Йөрөйҙәр,” - тип ҡурҡмайым.

Әлдә лә сибәр түгелмен –
Кемдер ярата икән,
Тимәк, минең үҙем өсөн!
Үҙем кәрәкмен икән!

Әлдә иҫәр йәшлек үткән –
Юҡ-барға алданмайым,
Ялтыр-йолторға ҡыҙығып,
Туҡтауһыҙ һайланмайым.

Йәш саҡта байлыҡ, матурлыҡ
Кәрәк ине иң нығы –
Бөгөн миңә һаулыҡ кәрәк,
Күңелдең тыныслығы,

Янда яҡындарым булһа,
Өҫтәлемдә – икмәгем,
Йылмайып ҡына күҙәтәм
Йылдарымдың үткәнен…


Фото: https://unsplash.com/

Автор:Фирүзә Абдуллина.
Читайте нас: