Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Август 2022, 21:00

Һаҡ булығыҙ, кеше йөрәгенә...

.

Һаҡ булығыҙ, кеше йөрәгенә...
Һаҡ булығыҙ, кеше йөрәгенә...

Һаҡ булығыҙ, кеше йөрәгенә
Уңалмаҫлыҡ яра һалыуҙан.
Аҙаҡ килеп был донъяла
Япа-яңғыҙ тороп ҡалыуҙан.

Әйтер һүҙҙе уйлап әйтеү зарур,
Үкенестәр тороп ҡалмаһын.
Дуҫтарың да һине аңламайса,
Йөрәгенә ауыр алмаһын.

Кеше һүҙе кеше үлтерә бит,
Уйлап әйтер кәрәк һүҙҙәрҙе.
Йөрәктәргә әгәр яра һалһаң,
Уңалһа ла, ҡала эҙҙәре…


Фото: https://unsplash.com/

Автор:Гөлназ Хәсәнова.
Читайте нас: