

Был сара 40-50 йыл элек йәшәп киткән һәм әлеге көндә матур гөрләтеп донъя көткән күршеләрҙе йыйҙы. Әйтергә кәрәк, бер бәләкәй генә урамдың тарихында тотош ил тарихы сағылыш тапҡан, ниндәй мәртәбәле шәхестәр үҫеп сыҡҡан. Байрам һәр килгән ҡунаҡтың күңелдәрен айҡап, бала саҡ хәтирәләренә алып ҡайтты, мул табын артындағы йырҙар йәшлек йылдарын иҫкә төшөрҙө, күңелле уйындар "Беҙ әле лә булдырабыҙ!" тип байрам кәйефен тыуҙырҙы.
Сараға килеүселәр Этҡол ауылы хакимиәтенә, Этҡол мәҙәниәт йортоноң хеҙмәткәре Ғәниә Ғилвановаға, өс самауырҙы өҙлөкһөҙ ҡайнатып торған Хәмит һәм Рәйсә Нәбиуллиналар ғаиләһенә ҙур рәхмәттәрен әйтеп, киләһе йылдарҙа ла осрашып торорға теләк белдерҙе.