Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Август , 18:00

ЫШАНЫП ЙӘШӘ

.

ЫШАНЫП ЙӘШӘ
ЫШАНЫП ЙӘШӘ

Мең хәсрәттәр йөрәгеңде телгән саҡта,
Йөрәгеңде уста тотоп түҙгән саҡта,
Был һуңғы сик, тиеп бер үк башың эймә,
Онотма һин, яҡындарың көтә өйҙә.

Хыянаттың уғы килеп йыҡҡан саҡта,
Дуҫ тигәнең көтмәгәндә һатҡан саҡта,
Был һуңғы сик, тип үрелмә һин хәмергә,
Барыһы ла вакытлыса, түҙ хәҙергә.

Был донъяла барыр юлың юғалтҡанда,
Ғәзиздәрең мәңгелеккә оҙатҡанда,
Һуңғы сик, тип ғүмер ҡылдарыңды өҙмә,
Яҡындарың көтә һине, көтә өйҙә.

Алмаш-тилмәш килә көндәр, айҙар, йылдар,
Ҡайғыларҙы алмаштырыр моңло йырҙар.
Хыялдарың әйләнерҙәр ысын өнгә,
Тик ышанып йәшә иртәгәһе көнгә.

 

Фото: https://unsplash.com/

Автор:Зөһрә Ҡотлогилдина.
Читайте нас в