Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Август , 18:00

ЮҒАРЫ БАҺА

.

ЮҒАРЫ БАҺА
ЮҒАРЫ БАҺА
Кемдер һине буштан-бушҡа
Күрә алмаһа,
Аңлай алмай сәбәптәрен
Хәлең ҡалмаһа,
Араларҙы йүнәтергә
Юҡ икән сара,
Ситтән эҙләмә сәбәпте –
Көҙгөгө ҡара!
Бәлки, буйың зифараҡтыр?
Кейемең затлы?
Машинаң иномаркалыр?
Өйөң өс ҡатлы?
Кемдер парынан зарлана,
Кемдер – эшенән,
Тик үҙе ялҡау көнләшә
Уңған кешенән.
Һөйә белмәгән көнләшә
Мөхәббәтленән,
Йәлләү белмәгән зарлана
Мәрхәмәтленән.
...Кемдер һине ғәйепһеҙгә
Күрә алмаһа,
Бошонма! Был һинең өсөн
Юғары баһа!

 
 
Фото: https://unsplash.com/
Автор:Фирүзә Абдуллина.
Читайте нас в