

Һаҡлайым тип йәйҙең хуш еҫтәрен,
Ҡаҡтар ҡоям әле еләктән.
Иң-иң бешкәндәрен йыйып алып,
Үткәрәйем әле иләктән.
Бирерме ул йәйҙең ҡыҙыулығын,
Хозурлығын йәшел аҡландың?
Дәфтәр эстәрендә – кипкән сәскә,
Бүләк иткәйнең бит – һаҡланым.
Мөхәббәттән мин аҙ иламаным,
Йәштәремде хәҙер киптереп,
Һалҡын ямғыр менән баҫып ҡуйҙым
һөйөүемдең ҡайнар ипкенен.
Йәйҙәр инде миңә йәнәш түгел,
Тоғро юлдаш – илаҡ көҙ генә.
Күңелемдә көләкәс ҡыҙ йәшәй.
Ҡырау сәсле ханым – көҙгөлә.
Фото: https://unsplash.com/