Мәҙәниәт
25 Июль 2022, 06:00

Йәйге каникулдар дауам итә!

22 июль көндө Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы сиктәрендә Үрге Әрмет ауылы балаларын халыҡ уйындары менән таныштырыу маҡсатында тәбиғәт ҡосағына юлландыҡ.

Йәйге каникулдар дауам итә!Йәйге каникулдар дауам итә!
Йәйге каникулдар дауам итә!

Көн эҫе булғанлыҡтан, Әрмет йылғаһы буйына төшкәс балалар иң беренсе, әлбиттә, рәхәтләнеп һыу һибештеләр. Унан һуң балаларҙың, йәштәрҙең элек уйнаған уйындары менән таныштырыу булды. Һуңынан иһә "Аҡ тирәк, күк тирәк", "Йөҙөк һалыш", "Бесәй һәм сысҡан", "Ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү" кеүек уйындар уйнап күңел астылар. Аҙаҡтан, йылға буйында ултырып, өйҙән алып килгән тәмләткестәр менән сәй, һут эстеләр.

Каникулдарҙың тағы бер көнө күңелле һәм файҙалы үтте.

 

Фото: https://vk.com/club137824085

Йәйге каникулдар дауам итә!
Йәйге каникулдар дауам итә!
Йәйге каникулдар дауам итә!
Йәйге каникулдар дауам итә!
Йәйге каникулдар дауам итә!
Йәйге каникулдар дауам итә!
Йәйге каникулдар дауам итә!
Автор:Үрге Әрмет ауыл мәҙәниәт йорто
Читайте нас