Мәҙәниәт
24 Июль 2022, 09:00

Ауылдашым, ни хәлдәһең?

Йәмле Егән буйында урынлашҡан Әрметрәхим ауылы төрлө төбәктәрҙә йәшәгән яҡташтарын «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамына йыйҙы.

Ауылдашым, ни хәлдәһең?Ауылдашым, ни хәлдәһең?
Ауылдашым, ни хәлдәһең?

Кешене яҙмыш еле ҡайҙа ғына ташлаһа ла, уның өсөн иң яҡыны – тәү башлап тәпәй баҫҡан ғәзиз тыуған ере. Ниһайәт, ике йыл үтте тигәндә, пандемиянан һуң бер-береһен һағынышып осрашты ауылдаштар.

- Әллә ҡасандан көткәйнек бындай байрамды, халыҡ эркелешеп килде. Ҡырҙан ҡайтыусылар ҙа күп булды. Муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов сарала ғаиләһе менән булды, ул халыҡҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, - тип ихлас уртаҡлашты Әрметрәхим мәҙәниәт йорто мөдире Йәмилә Фәхриева. – Ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йәки тоҡ кейеп йүгереү, көйәнтә менән һыу ташыу, бауға эленгән әйберҙәрҙе киҫеү кеүек уйындарҙы ойошторҙоҡ. Иң ҡыҙығы саңғыла йөрөү булды. Бындай ярышты интернетта ла күргәнегеҙ барҙыр әле. Бер саңғыла өс кеше йөрөй – ике команда ярыша. Әлбиттә, концертһыҙ байрам булмай. Уны ойоштороуҙа Петровск
мәҙәниәт йорто ҙур ярҙам күрһәтте. Ауылдаштар үҙҙәре лә йыр, таҡмаҡ һәм бейеү менән сығыш яһаны.

Ошондай күркәм байрамда ауылдың абруйлы кешеләрен телгә алып китмәйенсә буламы ни?

Бергә 65 йыл ғүмер иткән Мөнәүәрә һәм Мөхтәр Хөснөтдиновтар бөгөн дә ауылдаштар өсөн өлгө булып тора. Уларҙың татыу ғаиләһен ҡотлап бүләкләп китеү – үҙе бер байрам. Оҙаҡ йылдар колхозда эшләгән Әминә Ғәлиуллинаны һәм Фәүзиә Шәрәфетдинованы ла тәбрикләп үтте ауылдаштар. Әрметрәхимдең берҙән-бер ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғаян Дәминов менән осрашыу тотош ауыл халҡын ҡыуандырҙы.

- Улай ғына ла түгел әле... 75, 80, 85, 90 йәшен тултырған инәйҙәрҙе лә матур юбилейҙары менән ҡотлап үттек, - тип һүҙен дауам итте Йәмилә апай. – Шулай уҡ коллективым, «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамын ойошторорға ярҙам итеүсе яҡташтарым да иғтибарһыҙ ҡалманы. Һәр береһенә бүләк тапшырып, рәхмәт әйттек. Шуныһы ҡыуаныслы – ауылдаштар араһында ошондай байрамдарҙы ойоштороу өсөн матди ярҙам күрһәтеүселәр ҙә бар. Был юлы ла бағыусылар «һә» тигәнсе табылды. Бөтә бүләктәр, приздар уларҙың аҡсаһына алынды. Был кешеләргә айырым рәхмәт
белдергем килә.

Ҙур сараға алдан әҙерләнде әрметрәхимдәр – һәр кем үҙенең йортон, ихатаһын төҙөкләндерҙе, кәртә, тыҡрыҡ буйҙарындағы сүп үләндәрен сапты, утаны.

- Байрамды ауылыбыҙҙың иң хөрмәтле кешеләренең береһе – Флүр хәҙрәт асып ебәрҙе. Уның доғалары ауылға нигеҙ һалыусы ата-бабаларыбыҙ рухына, балаларыбыҙ именлегенә бағышланды... Халыҡ бындай «тере» аралашыуға сарсаған, бала-саға сәхнә янында мәж килде. Йәштәр сығыш яһаусыларға ҡушылып бергә йырланы, бейене. Ағинәйҙәр концерты байрамға тағы бер йәм өҫтәне, - тине Әрметрәхим ауылында йәшәүсе Альбина Дәминова. – Хаҡлы ялдағы ауылдашыбыҙ Салауат Фәхриев ауылдың тарихы менән таныштырып үтте. Уның һөйләүе буйынса, ауылыбыҙ элек Мүскә тип аталып йөрөтөлгән. Әле лә ҡайһы бер райондарҙа Әрметрәхимде тап ошо исем аҫтында беләләр.

«Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы төрлө күргәҙмәләр менән биҙәлде. Боронғо көнкүреш әйберҙәре, аҡлыҡаралы фотоһүрәттәр – үҙе тотош бер тарих. Ауыл халҡы
һатыуға үҙе етештергән продукция менән сыҡты, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. Ситтән ҡайтҡан ауылдаштар тәмлетәмле ризыҡтарҙан ауыҙ иттеп, татлы бала саҡ хәтирәләренә бирелде.

Юҡҡа ғынамы ни, бер күрешеү – үҙе бер ғүмер, тимәйҙәр.

Һәр кем үҙ туғандары, дуҫтары менән осрашты, уларҙың ғаиләһе, балалары менән танышты, аралашты. Ошондай байрамдар аша быуындар бәйләнеше нығый, ғаилә һәм туғанлыҡ ҡиммәттәре һиҙелә.

Ауылдашым, ни хәлдәһең?
Ауылдашым, ни хәлдәһең?
Ауылдашым, ни хәлдәһең?
Ауылдашым, ни хәлдәһең?
Ауылдашым, ни хәлдәһең?
Ауылдашым, ни хәлдәһең?
Ауылдашым, ни хәлдәһең?
Ауылдашым, ни хәлдәһең?
Ауылдашым, ни хәлдәһең?
Ауылдашым, ни хәлдәһең?
Ауылдашым, ни хәлдәһең?
Ауылдашым, ни хәлдәһең?
Ауылдашым, ни хәлдәһең?
Ауылдашым, ни хәлдәһең?
Ауылдашым, ни хәлдәһең?
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас