Мәҙәниәт
22 Июль 2022, 14:00

Күҙ теймәһен бәхетемә...

.

Күҙ теймәһен бәхетемә...Күҙ теймәһен бәхетемә...
Күҙ теймәһен бәхетемә...

Күҙ теймәһен бәхетемә
Бәхет ҡошобоҙҙоң пар ҡанаты -
Береһе һин, бере мин инде,
Һуңлап осрашһаҡ та был тормошта,
Бөгөнгә беҙ-бер бөтөн инде.

Бәхет үҙе тынлыҡ ярата, ти,
Күҙ теймәһен, тиеп, һаҡланып.
Сабырлығың үҙе бер матурлыҡ,
Гел ҡарайым һиңә һоҡланып.

Иҫкә төшөп, һығымтаға киләм
Әсәйем әйткәнгә - бер һүҙгә.
"Хоҙай тоҡҡа һалып бәхетеңде,
Ташлап ҡуймағандыр диңгеҙгә".

Алдарыма сыҡты һорағаным,
Әйтеп, юрауҙары әсәйҙең,
Тормош күгем аяҙ, шөкөр инде
Матурлығын күрҙем йәшәүҙең.

Бар булмышың өсөн рәхмәт, иркәм,
Һиңә арнап йырҙар йырлайым.
Йөрәгемдән сыҡҡан рәхмәт һүҙен
Әйталмайса һуңлап ҡуймайым.

Һөйөп-һөйөлөп йәшәйек шулай
Ғүмер йомғағын һүтә-һүтә.
Бер-береңде аңлап, ҡәҙер итеп,
Татыу йәшәүҙәргә ни етә?


 

Айһылыу Вахитова фотоһы

Автор:Сулпан Әҡсәнова.
Читайте нас