Мәҙәниәт
16 Июль 2022, 05:00

ДОҒА

.

ДОҒАДОҒА
ДОҒА

Юлға сыҡһам, эш эшләһәм
Башлайым мин доғанан,
Күңелгә һиллек, тыныслыҡ
Киләлер ул шуға ла.

Доғаларҙың изге моңо
Күңелгә һеңеп тула —
Доға белеп уҡығандың
Йөрәге изге була.

Аллаһымдан миһырбанлыҡ,
Матур ғүмер һорайым,
Тормошомдоң һәр һынауын
Тик яҡшыға юрайым.

Доға уҡыған кешене
Ҡурсылар фәрештәләр,
Уның изге көсө менән
Уңышҡа ирешәләр.

Доға көсөн белгәндәрҙең
Теләге изге була,
Уның фәһемле һүҙенән
Тормошоң моңға тула.

Яңы тыуған һәр таңымды
Бисмилланан башлайым,
Һәр бер ҡылған-башҡарғанды
Яҡшыға бағышлайым.

Бәхет бит ул тормошомдоң
Миңә яҙған һәр мәле!
Мәлдәремдә күрә беләм
Донъяның ғәмен, йәмен.


Фото: https://pixabay.com/ru

Автор:Сынтимер Юлуев.
Читайте нас