

Ғаилә менән таныштырыу, алып барыусының сетерекле һорауҙарына яуап ҡайтарыу, ижади номер, пазл йыйыу, кроссворд сисеү, мәҡәл төҙөү, ярмаларҙы айырыу, йомғаҡ урау, "ҡыяр тоҙлау" һәм башҡа ҡыҙыҡлы конкурстарҙа бергәләп ҡатнашыу балалар менән әсәйҙәр араһындағы яҡынлыҡты тағы ла нығыраҡ арттырҙы, ғаиләне берҙәм, татыу итте, бергәләшеп төрлө ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығып була икәнен аңлатты. Әле бер ғаилә, әле икенсе ғаилә алға сыҡты. Һөҙөмтәлә Әхмәтйәновтар һәм Иҙрисовтар ғаиләләре 16-шар мәрәй йыйып беренселекте бүлештеләр. Альбина Хафизова, балалары бәләкәй булһа ла, күпкә ҡалышманы, 14 мәрәй йыйҙы. Афарин!