

Төрлө ярыштар ойошторолдо, былау әҙерләнде, бешкән ризыҡтарҙан өҫтәл һығылып торҙо. Һәүәҫкәр артистарҙың сығыштары ла бер-бер артлы алҡыштарға күмелеп барҙы.
Өфө ҡалаһынан килгән оло ҡунағыбыҙ, республикабыҙҙың мәҙәниәт министры урынбаҫары Гөлдәр Исмәғил ҡыҙы Хәмитованың ҡатнашыуы байрамыбыҙҙың мәртәбәһен арттырып ебәрҙе. Гөлдәр Исмәғил ҡыҙы йыйылған халыҡты байрам менән ҡотлап, йәш быуынды тәрбиәләүгә ошондай сараларҙың бик ҙур әһәмиәт биреүен һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте.
Байрам "Ҡабаҡ" хикәйәһен сәхнәләштереүҙән башланып китте. Һуңынан ошо урамдарҙың иң өлкән йәштәгеләренә, яңы тыуған балаларға һәм оҙаҡ йылдар бергә ғүмер итеүсе парлы ғаиләләргә бүләктәр тапшырылды.
РФ һәм БР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ишембай Ағинәйҙәре ойошмаһы рәйесе Солтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы ла изге теләктәрен еткереп Маҡар Ағинәйҙәре ойошмаһына балаҫ һуғыу станогын бүләк итте. Шулай уҡ БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Эльмира Ғәзиз ҡыҙы Ғәбитова ла байрам менән ҡотлап йылы һүҙҙәрен еткерҙе. Әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡта йәшәүсе ауылдашыбыҙ, бер нисә китап авторы, БР-ның атҡаҙанған баҫма хеҙмәткәре Йомағужин Фаяз Фуат улы иң әүҙемдәргә китабын тапшырып, дәртле йырҙарын бүләк итте.
Иң йәш йырсыларыбыҙ Әҙилә Хисмәтуллина һәм Мәликә Ильясоваларҙың сығыштары көслө алҡыштарға күмелде. Юлиә Хәбибуллина флейтала "Ҡышҡы романсты" уйнағанда йыйылған халыҡ ҡушылып йырлап ултырҙы. Илүзә Яҡупова һәм Зарифа Дәүләтҡоловаларҙың бейеүҙәре лә байрамға йәм өҫтәне. Ә Әбүзәр Көмөшбаев һәм Рәфис Ильясовтар гармунда уйнағанда барыһы ла ҡушылып йырлап алды. Кәбирә Хисмәтуллина һәм Әлфиә Мәүлетшина апайҙар, Светлана Мөхәмәтрәхимовалар матур итеп шиғыр һөйләп ишеттерҙеләр.
Нуретдин Әһлиуллин һәм Фәүзиә Бикбулатова байрам өҫтәлен матур итеп әҙерләп, ҡунаҡтарҙы һыйлап йөрөнө. Ә байрамға тәмле итеп былауҙы Рәмзиә апай Мораҙымова бешерҙе.
Төрлө ярыш-уйындар үткәреүҙә яуаплылар - Зөлфирә Таһирова һәм Алик Яҡуповтар үҙҙәренә тапшырылған эште еренә еткереп башҡарҙылар.
Өҫтәл эргәһендә аҙаҡҡа тиклем ярҙам итеп йөрөгән Эльмира Вәлиеваға, мәҙәниәт йорто эшселәре Минияр Ғәфүрбаевҡа һәм Миңнегөл Рәхмәтуллиналарға ла ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Ошо тиклем байрамды бер кеше генә атҡарып сыға алмаҫ ине. Байрам ойоштороуҙың башынан алып аҙағына тиклем янып-көйөп йөрөүсе иң ҙур ярҙамсыларыбыҙ - Йылға урамы депутаты Рәфис Бикбай улы Ильясовҡа, Светлана Мөхәмәтрәхимова һәм Гөлнара Аҡбашеваларға ла бөтә йыйылған халыҡ һәм мәҙәниәт йорто исеменән ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һәр саҡ шулай дәрт-дарманығыҙ ташып торһон!
Алда ла ошондай матур байрамдар ойошторолоп торһон! Ил-көндәребеҙ имен, күгебеҙ аяҙ булһын!
Фото: https://vk.com/makarsdk