Мәҙәниәт
5 Июль 2022, 10:00

"Хәтер метаморфозалары"на экскурс яһағыҙ!

Ҡалабаҙҙа Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй һәм Башҡортостан Рәссамдар союзы ағзаһы, картиналар галереяһы директоры Рафаэль Рәшит улы Ҡадировтың "Хәтер метаморфозалары" тип исемләнгән күргәҙмәһе асылды.

"Хәтер метаморфозалары"на экскурс яһағыҙ!"Хәтер метаморфозалары"на экскурс яһағыҙ!
"Хәтер метаморфозалары"на экскурс яһағыҙ!

Төп урынды рәссамдың олатаһына – указлы муллаға бағышланған картиналар алып тора. Ул ҡөрьән китаптарын матур ғәрәп каллиграфияһы менән күсереп яҙған булған.
Шулай уҡ картиналар галереяһында тиҫбе, көҙгө, ураҡ, хаждан алып ҡайтылған тишекле таш, ғәрәп графикаһында яҙылған китаптар һәм башҡа боронғо атрибутика менән танышырға була.

Күргәҙмә картиналар галереяһында август айына тиклем эшләйәсәк.

Автор фотолары

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас