Мәҙәниәт
5 Июля 2022, 18:30

Бәхетле еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе артистары иртәгә, 6 июль, Һайран ауыл мәҙәниәт йортонда Наил Ғәйетбаевтың "Нисек кейәүгә сығырға?.." комедияһын сәхнәләштерәсәк. Матур йола буйынса яҡташтар араһында тамашаға һәр береһе икешәр кешелек ике саҡырыу ҡағыҙын уйнаттыҡ.

Бәхетле еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!Бәхетле еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Бәхетле еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Саҡырыу ҡағыҙҙарын осраҡлы рәүештә төркөмдәштәребеҙ Лилиә Килембетова һәм Мөслимә Ҡунаҡбаева отто.

Гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ!

Конкурс тураһында тулы мәғлүмәт: https://vk.com/gazeta_toratay?w=wall-23747558_106223. Еңеүселәрҙе Рандомайзер махсус ҡушымтаһы ярҙамында билдәләнек.

Комедияла яҡташыбыҙ - Сәлих ауылы ҡыҙы - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәрзәнә ҒӨБӘЙҘУЛИНА (Фәйзуллина), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы
Ф. Рахимова, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Л. Кәримова һәм Р. ӘМЕКӘСОВА, Т. ФАТКУЛЛИН һәм башҡа йәш артистар уҙҙәренең уйыны менән күңелдәрегеҙгә хуш килер, йәй кәйефе буләк итер тип ышанабыҙ.

Комедия көлмәгәндәрҙе көлдөрөр, битарафтарҙы терелтер, ғәмһеҙҙәрҙе уйландырыр, йөрәкһеҙҙәрҙе иретер көскә эйә. Тамаша һәр берегеҙҙең йөрәгендә урын алыр, тормошоғоҙҙагы яңы, ыңғай боролоштарга сәбәп булыр.

Ҡуйыусы режиссёр - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илдар Вәлиев.

Билеттарҙы ошо һылтанма буйынса һатып алырға мөмкин: https://sterlitamak.kassy.ru/events/teatr/

 

+12



#конкурстар

реклама

Бәхетле еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Бәхетле еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Автор:"Торатау" гәзите редакцияһы.
Читайте нас