Мәҙәниәт
2 Июль 2022, 08:00

Милли кейемдәрҙә - халыҡ тарихы

Ишембайҙа “Ете ҡыҙ” ижади төркөмөнөң барлыҡҡа килеүенә аҙ ғына ваҡыт үтһә лә, улар башҡорттарҙың күкрәккә таға торған биҙәүестәр эшләү буйынса “Хан ҡыҙы” марафонында ҡатнашып еңеү яулағандар.

Милли кейемдәрҙә - халыҡ тарихыМилли кейемдәрҙә - халыҡ тарихы
Милли кейемдәрҙә - халыҡ тарихы

Күптән түгел, республика кимәлендә башҡорт милли костюмдарына арналған марафон үтте. Уны 2020 йылда уҙған “Башҡорт милли костюмдары оҫталары” халыҡ-ара конкурсының бронза призеры Гөлсөм Хөсәйенова алып бара. Эште еңелләштереү өсөн интернет селтәрендә #хан ҡыҙы# башҡортомдоң милли кейеме чатын булдыра. Республикала билдәле булған оҫталар һәм боронғо милли кейемдәр һәм биҙәүестәр менән мауыҡҡан Гөлнара һәм Флорид Вәхитовтар был проектҡа куратор һәм бағыусы булырға ризалыҡ бирә. Марафонда ҡатнашыусылар һаны көндән-көн арта барып, өс йөҙҙән ашып китә. Хатта сит өлкәләрҙән дә ҡушылыусылар була. Беренсе һәм икенсе марафонда Аиша Мәмбәтова (селтәр, алмиҙеү), Гөлнара Нурғәлина (хәситә) дипломдар менән билдәләнә. Ә бына өсөнсө марафонда иҙеү (уҡа иҙеү) түшелдерек, күкрәксә эшләргә кәрәк була. Чатҡа музейҙарҙа һаҡланған төрлө өлгөләр ҡуйыла.

Баш ҡалабыҙҙың археология һәм этнография музейында торған Ишембай районының затлы уҡа иҙеүе лә ошо өлгөләр араһында була. Был уҡа иҙеу XIX быуат аҙағында - ХХ быуат башында Кинйәкәй ауылында йәшәгән Мәрзиә Сәлишеваныҡы тип билдәләнгән. Түшелдерек XIX быуаттың ете тәңкәһе, ҡаҙауыс һәм сылбырҙан тора.

Әйтергә кәрәк, уҡа иҙеүҙе тик юғары статуслы ҡатындар ғына таҡҡан. Тимәк, Ишембай районында ла ҡиммәтле, затлы кейем кейеүселәр булған.

- Башҡорт халҡының милли кейеме бик бай, күҙҙең яуын алып тора. Бигерәк тә башҡорт ҡатынҡыҙҙары кейгән кейемдәр матур. Уларға көмөш тәңкә һәм мәрйендәр менән биҙәлгән селтәр, ҡашмау, сулпы, алҡа, беләҙектәр, балитәкле күлдәктәр, сигелгән елән инә. Быуаттар аша һаҡланып бөгөнгө көнгө тиклем килеп еткән үҙебеҙҙең милли кейемебеҙҙең иң ҡиммәтле, бай һәм төрлө булыуын тағы ла иҫбат иткән ошо уҡа иҙеүҙең миллиметрына тиклем тура килтереп күсермәһен  эшләү теләге тыуа. Флорид Вәхитов теләгебеҙҙе ихлас ҡабул итеп, төн йоҡламай схема һыҙып, уларҙы чатҡа һалды. Ҡиммәтле технологияла ҡул менән эшләнгән уҡаларҙы ла эшләп бирҙеләр, - тип һөйләй төркөм ағзаһы Гөлнара Нурғәлина.

Марафонда ҡатнашҡан етмеш кеше араһынан, беҙҙең Ишембай ҡыҙҙары призлы урындар яулай. Аиша Мәмбәтова, Гөлнара Нурғәлина, Сәриә Ғәбитова, Айгөл Кәримова икенсе дәрәжә дипломға лайыҡ була. “Ете ҡыҙ” ағзалары Ишембай районына ғына хас биҙәү үҙенсәлеген дә күрһәтергә теләй.

“Ете ҡыҙ” ижади төркөмөн милли кейемгә һөйөү менән бер рәттән уны һаҡлап алып ҡалыу теләге лә берләштерә. Ҡыҙҙар шул тиклем оҫта булып сыға. Бер аҙна эсендә Люциә Кононова, Айгөл Кәримова, Сәриә Ғәбитова, Гөлнара Толомбаева, Ғәлиә Солтанбаева боронғоса итеп бик матур күлдәктәр тегеп кейә. Ошо марафонда еңеү яулаған “Ете ҡыҙ” ижади төркөмөнә ҡушылыу теләген белдереүселәр һаны көндән-көн арта барыуы һөйөндөрә. Ысынлап та, милли кейем - халыҡтың эске булмышының сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла
боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән, уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған. Башҡорттоң иһә күңел байлығы сигеүнағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәрҙә, көмөшкә сүкеп һалынған биҙәктәрҙә сағылған. Милли кейемдәр үҙендә тәрән мәғәнә һаҡлай. Был ҡомартҡыларҙы халыҡтың ғорурлығын, мәҙәниәтен күрһәтә торған хазина менәнсағыштырырға була.

Милли кейемдәребеҙ һаҡланһа, тарихыбыҙ ҙа һаҡланыр.

 

Фотола: XIX-ХХ быуаттарҙа Кинйәкәй ауылында йәшәгән Мәрзиә Сәлишеваның уҡа иҙеүе.

Милли кейемдәрҙә - халыҡ тарихы
Милли кейемдәрҙә - халыҡ тарихы
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас