Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Июнь , 12:00

Ҡан да тарта, йән дә тарта...

.

Ҡан да тарта, йән дә тарта...
Ҡан да тарта, йән дә тарта...
Ҡан да тарта, йән дә тарта,
Үҙ туғаным яҡын үҙемә.
Бер ояла үҫкән ике ҡошсоҡ,
Мин бит һиңә дуҫ та, һеңле лә.
Ағайым бар, ауыр саҡтарымда
Һуҙа миңә ярҙам ҡулдарын.
Бармы ағай минең үҙемдең дә
Һиңә терәк, кәрәк булғаным?
Изгелегең өсөн бер ҡасан да
Түләү һорамаҫһың, беләмен.
Һинең кеүек туған булғанға ла
Мин бәхетле булып үҫкәнмен.

 
Фото: https://unsplash.com/
 
Автор:Гөлнур Ҡыуатова.
Читайте нас в