Яҡташыбыҙҙың көслө ихтыярлы, ярһыу йөрәкле, ниндәй генә
ҡаршылыҡтар булмаһын, уларҙы еңеп, үҙ маҡсатына ирешә торған заттан
икәнен күреп, ошондай ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ булыуына ғорурланыу тойғоһо
кисерҙек.
Фәүзиә Ғәлим ҡыҙының иллегә яҡын шиғырына йыр ижад ителгән. Уларҙы республикабыҙҙың билдәле артистары башҡара. Беҙ ҙә «Йөрәгем ҡушҡанға яҙам» тигән конкурста ҡатнашып, «Ағинәйҙәр гимны»н башҡарҙыҡ һәм I дәрәжә дипломға лайыҡ булдыҡ. Алтынбикәгә арнап, ижад кисәһендә таҡмаҡтар йырланыҡ, бүләктәр тапшырҙыҡ. Фәүзиә апайҙың күңеле тулы хазина, тормошо - кешеләргә яҡты нур таратыу. Уның ихлас аралашыуы, эскерһеҙ ярҙамсыллығы барыбыҙҙы ла һоҡландырҙы. Ижтимағи тормошта
әүҙем ҡатнашҡаны өсөн ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы менән бүләкләнгән.
Фәүзиә Ҡотлогилдина шиғырҙар, ҡобайырҙар, балалар өсөн әҫәрҙәр яҙа. Сәсәндәр мәктәбенең етәксеһе лә. Ошо көндәрҙә «Халыҡ сәсәне - Алтынбикә» тигән өр-яңы китабы донъя күрҙе. Был уның 15-се китабы. Фәүзиә Ғәлим ҡыҙы балаларҙың ижади һәләтен асыу, илһөйәрлек һәм туған телгә һөйөү тәрбиәләү, башҡорт телен үҫтереү, балаларҙың сәхнә оҫталығын, туған телдә фекерләү кимәлен арттырыу маҡсаты менән йәшәй. Ватан ауылының етәкселәренә ҡарап, уларҙың эштәренең берҙәм
булыуына, ойошоп эшләй белеүҙәренә һоҡландыҡ. Бында ла Фәүзиә Ҡотлогилдинаның өлөшө ҙур.
Фәүзиә апайға бәрәкәтле тормошта йәшәп, ижад итергә булһын. Беҙҙе киләсәктә лә матур осрашыуҙар, саралар көтһөн.