

Конкурстың һайлап алыу туры онлайн форматта ойошторолдо, һәр йылдағыса, быйыл да «Байыҡ» сәхнәһендә үҙ көстәрен һынарға теләүселәр бик күп булды.
Башҡорт бейеүен һаҡлау, бейеү сәнғәтен үҫтереү кеүек мәртәбәле һәм әһәмиәтле маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуҙы төп бурысы итеп алған “Байыҡ” республика башҡорт бейеүҙәре конкурсы һәр йыл яңы исемдәр аса. Проектта ҡатнашҡан бейеүселәрҙең барыһы ла ҙур баһаға лайыҡ. Шулай ҙа мәртәбәле жюри ағзалары улар араһынан
иң-иңдәрҙе һайлап алды. Быйыл «Байыҡ» республика балалар телевизион конкурсында яңғыҙ башҡарыусылар араһында Әмир Солтанов (Баймаҡ районы), Самира Нуғайғолова (Ғафури районы) еңеүсе булды.
Иң яҡшы ансамблдәр араһынан Ишембайҙан «Алтынай» һәм Өфө ҡалаһынан «Байрам» коллективтары Гран-приға лайыҡ булды. Һәр ҡатнашыусыға ҡиммәтле приздар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
«Алтынай» ҡыҙҙарын һәм егеттәрен, уның етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Артур Мөхәмәтйәновты ҙур еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!