Мәҙәниәт
12 Июнь 2022, 11:00

Быуындар сылбыры өҙөлмәһен

Борон-борондан ағинәйҙәр һүҙе ҙур әһәмиәткә эйә булған. Йәш быуынды тәрбиәләү йәһәтенән дә уларҙың роле баһалап бөткөһөҙ, тап уларҙың аҡыллы һүҙенә, кәңәшенә һәр беребеҙ мохтаж.

Быуындар сылбыры өҙөлмәһенБыуындар сылбыры өҙөлмәһен
Быуындар сылбыры өҙөлмәһен

1 июндә Кинйәбулат ауылы мәҙәниәт йортонда “Быуындар бәйләнеше” тип исемләнгән бик матур сара үтте. Байрамға “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, журналист, яҙыусы Гөлфиә Янбаева, яҡын-тирә ауылдарҙан, шулай уҡ Ғафури районынан да ағинәйҙәр саҡырылғайны.

- Халыҡҡа тарихыбыҙ, туған телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, асылыбыҙ тураһындағы хәҡиҡәтте түкмәй-сәсмәй тапшыраһығыҙ. Шуның өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт, - тине үҙ сығышында Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы. Яҡташтарыбыҙ был юлы ла үҙҙәренең мәҙәни кимәленә тап төшөрмәне: ҡунаҡтарҙы йыр-моң менән ҡаршы алдылар, ҡул эштәре менән таң ҡалдырҙылар. Боронғо йолаларыбыҙҙың береһе - “Йылҡы башы ите менән һыйлау” йолаһын сәхнәләштерҙеләр. Ә ағинәйҙәр күргәҙмәһендәге күҙҙең яуын алырлыҡ береһенән-береһе матурыраҡ, нурлыраҡ биҙәктәргә мансылған балаҫтарға, мәрйен-сәйләндәрҙән яһалған ҡашмау, һаҡал, селтәрҙәргә һоҡланмау мөмкин түгел ине. Сәйетбаба ауылы ағинәйҙәре лә байрамға буш ҡул менән килмәгәйне, улар сәхнә түренә сығып риүәйәттәр уҡып ишеттерҙе.

- Бөгөнгө сараның төп маҡсаты - өлкән йәштәгеләрҙең өлгөһө һәм тәрбиәһе аша йәш быуындың күңеленә мәрхәмәтлек, изгелек, яҡшылыҡ кеүек сифаттарҙы һалыу, халҡыбыҙҙың йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә һөйөү тәрбиәләү. 1 июнь - Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө булараҡ, кескәйҙәребеҙгә сара алдынан саф һауала
күңелле башҡорт уйындарын уйнаттыҡ. Киләсәктә быуындар сылбыры өҙөлмәһен, башҡорт теленә һөйөү һүнмәһен, - тине Кинйәбулат ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Виктория Ғәлимова.

Кинйәбулат ауылының Ағинәйҙәр ойошмаһы 2019 йылдың 14 февралендә булдырылған. Ошо осорҙа күп кенә йолаларҙы сәхнәләштереп күрһәткәндәр. Кинйәбулат
мәсетендә халҡыбыҙҙың иң ҙур байрамдары булған Ураҙа, Ҡорбан сараларын ойоштороуҙа, уҙғарыуҙа ла Кинйәбулат ағинәйҙәренең роле ҙур. Экологик өмәләр, зыяратты таҙартыуҙа әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе лә улар. Тап ошондай ағинәйҙәр ауылға ҡот килтерә, бушлыҡты тултыра, йәш быуынға өлгө күрһәтеп, уларҙы үҙ артынан эйәртә ала.


Автор фотолары

Быуындар сылбыры өҙөлмәһен
Быуындар сылбыры өҙөлмәһен
Быуындар сылбыры өҙөлмәһен
Быуындар сылбыры өҙөлмәһен
Быуындар сылбыры өҙөлмәһен
Быуындар сылбыры өҙөлмәһен
Автор:Айгуль Хайбуллина
Читайте нас