

Ибраһим Ғиззәтуллин исемендәге Түбәнге Әрмет урта белем биреү мәктәбенең спорт майҙаны бәләкәстәрҙең шат тауыштарынан, дәртле бейеүҙәр һәм йырҙарҙан гөрләп торҙо. Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған “Балалар һабантуйы” үтте.
Арҡан тартышыу, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү, ат сабышы, тоҡ кейеп йүгереү, бүләк киҫеү, көршәк ватыу кеүек милли уйындарҙа рәхәтләнеп уйнап, бәйгеләрҙә көс һынашып, күңел астылар бөгөн бәләкәстәр.
Шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы бала саҡтан да гүзәл мәл юҡ. Бала саҡты бәхетле итеү — һәр ғаиләнең, йәмғиәттең һәм дәүләттең бурысы.