Мәҙәниәт
27 Май 2022, 10:00

Һеҙҙең эшегеҙ – үҙе бер матур китап!

27 май – Бөтә Рәсәй китапханалар көнө

Һеҙҙең эшегеҙ – үҙе бер матур китап!Һеҙҙең эшегеҙ – үҙе бер матур китап!
Һеҙҙең эшегеҙ – үҙе бер матур китап!

1995 йылдың 27 майында Рәсәйҙә «Бөтә Рәсәй китапханалар көнөн булдырыу» тигән указға ҡул ҡуйыла. Был дата Рәсәйҙә 1795 йылда бөтәһен дә хеҙмәтләндерә алырлыҡ тәүге китапхананы асыу көнө булараҡ билдәле. Байрам ошо өлкә менән бәйле һөнәр эйәләре өсөн генә түгел, ә китап һөйөүсе һәм уҡыусы кешеләр өсөн дә ҡәҙерле.

Бөгөнгө көндә ҡаланың үҙәк китапханаһында капиталь ремонт эштәре йәйелдерелгән, ләкин уның «стенаһы артында» китап – китап булыуҙан, уҡыусы уҡыусы булыуҙан туҡтамай. Бер һүҙ менән әйткәндә, китапханасылар тормошо гөрләй – улар төрлө мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашып, халыҡ менән «тере» аралашыу алып бара. Бөтә Рәсәй китапханалар байрамы яҡынлашырға торғанда беҙ ошо учреждение хеҙмәткәрҙәре менән бәйләнешкә сығып, күңелле һәм ихлас әңгәмә ҡорҙоҡ.

Тәүге һүҙ ошо өлкәлә оҙаҡ йылдар эшләүсе яҡташыбыҙ – үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Айгөл Ҡәҙерғоловаға.

- Китапхана ул элек-электән яҡтылыҡҡа, матурлыҡҡа өндәгән, кешеләргә рухи тәрбиә һәм белем биргән үҙәк булып иҫәпләнә. Бында кешеләр художестволы йәки ғилми әҫәрҙәр алырға ғына килмәй, ә күңел йылыһын, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап эҙләп һәм мәшәҡәттәр донъяһынан арынырға теләп тә килә. Китапханасы һөнәре ҡыҙыҡлы ла, яуаплы ла, сөнки был өлкәлә һәр саҡ аудитория менән эшләргә кәрәк.

- Бөгөнгө көндә ул – уҡытыусы ла, психолог та, артист та, – тип һүҙ башланы Айгөл Зиннәтулла ҡыҙы. – Үҙем Сәлих ауылында үҫтем... Иҫләйем, мәктәптән ҡайтышлай
бөтә класс менән китапханаға һуғылабыҙ. Китапханасы апай беҙҙе яғымлы йылмайып ҡаршы ала, балалар өсөн матур тышлы китаптар менән таныштыра. Беренсе класта булғанмындыр инде, үҙем уҡыған иң тәүге китабым «Тәнәйҙәр» тип атала ине. Тик нишләптер уны өйҙә йәшереп кенә уҡыным. Ул саҡта ауыл балаһының эше күп, ата-әсә эштән ҡайтыуға өй йыйыштырылған булырға тейеш. Һыуын ташырға, утынын керетергә, мейесен яғырға, малын, ҡош-ҡортон ашатырға кәрәк. «Эшһеҙ кеше һымаҡ китап уҡып ултыраһың» тип шелтәләмәһендәр тип уйлағанмындыр инде.

Китапханаға эшкә урынлашҡансы, Айгөл Ҡәҙерғолова Салауат педагогия училищеһын тамамлап, мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы, тәрбиәсе булып эшләй.

- 2000 йыл ине, декрет ялында бала тәрбиәләгән саҡ. Бер танышым, Промысла урамында урынлашҡан башҡорт тыуған-яҡты өйрәнеү китапханаһына башҡорт телен яҡшы белгән хеҙмәткәр кәрәк, тип әйткәс, яҙмышты һынап ҡарамаҡсы булдым. Уның мөдире уҡытыусы икәнемде белгәс, мине ҡуш ҡуллап эшкә алырға риза булды. Әйҙә, кил, башҡорт телендә саралар үткәрерһең, тине. Мин китапхана етәксеһенең әйткәндәренә аптыраным шул саҡта. Китапханала ниндәй сара булырға тейеш һуң? - тип көлөп иҫкә алды ул. – Шулай итеп, мине үҙәк китапхананың директорына ебәрҙеләр. Уға килгән көндә үк миңә эштәр йөкмәтелде. Тәүге сарам Ишембайҙың ҡала статусы алыуына 60 йыл тулыу уңайынан ойошторолдо. Уны үҙебеҙҙә түгел, ә ҡаланың үҙәк китапханаһында үткәрергә ҡушылды. Үҙем сценарий яҙып, шағирә уҡытыусылар – Ғәлиә Кәлимуллина менән Мәрйәм Фәйзуллинаны саҡырҙым. Яҙыусы, журналист Мөҙәрис ағай Багаев та ихлас ҡатнашырға ризалашты. Ошо саранан һуң шуға төшөндөм – кешене китапҡа ылыҡтырыу өсөн ҡулына уны тоттороп ҡуйырға түгел, ә персонаждар, образдар һәм авторҙар тураһында һөйләргә кәрәк. Бына ни өсөн бындай әҙәби кисәләрҙе ойоштороу мөһим икән ул?! Әҫәрҙе яҙыусы менән уҡыусыны күҙгә-күҙ осраштырыу күпкә отошлораҡ.

2002 йылдың сентябрендә Айгөл Зиннәтулла ҡыҙы үҙәк китапхананың уҡыу залында эшләй башлай. Бында ул 2009 йылға тиклем эшләй.

Ул саҡтағы оптималләштереүҙәрҙе иҫләһәгеҙ, күп өлкәләрҙә ҡыҫҡартыуҙар, үҙгәртеп ҡороуҙар булды. Ошо үҙгәрештәр сиктәрендә Промысла урамында урынлашҡан башҡорт тыуған-яҡты өйрәнеү китапханаһы Ленин проспекты, 2-се йорт адресы буйынса күсерелә. Ә ундағы Үҫмерҙәр китапханаһын, ҡаланың башҡа фондтарын үҙәк китапханала урынлаштыралар. Артабан, 2009 йылда, Айгөл Ҡәҙерғолованы муниципаль район хакимиәтенең мәҙәниәт етәкселеге Иҫке Ишембайҙа урынлашҡан «Йондоҙ» мәҙәниәт йортона мөдир итеп тәғәйенләй. Бер үк ваҡытта ул мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең ҡала профсоюзы ойошмаһын да етәкләй. Яҙмыш елдәре уны 2015 йылда йәшлек ҡалаһы Салауатҡа алып килә, үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының директор урынбаҫары итеп эшкә алалар. 2021 йылдың ғинуар айында уға Ишембай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының директор вазифаһы йөкмәтелә.

- Тормош юлдашым Ғәйсәргә рәхмәтлемен, уның менән ике бала үҫтерҙек. Бер ҡасан да ул миңә зарланманы, мыжыманы, уҡыуҙарға, командировкаларға йөрөүемә ҡаршы төшмәне. Иремдең дәртләндереп, көсҡеүәт биреүе арҡаһында Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында китапханалар эшмәкәрлеге буйынса юғары белем алдым, - тип ҡыуана әлеге көндә яҡташыбыҙ. – Илнур улыбыҙ вахта ысулы менән эшләй, скважиналарҙы капиталь ремонтлау менән мәшғүл. Ләйсән ҡыҙыбыҙ әле декрет ялында, уға тиклем балалар баҡсаһында йөҙөү буйынса тренер-инструктор булып эшләне. Улар үҙҙәре башлы-күҙле булып, икешәр бала тәрбиәләй. Ғәйсәр үҙе ғүмер буйы машиналар эшләү заводында, ҡойоу цехында эшләне. Ғаиләмдән уңдым, алға ынтылып атлағанда, артыңда ныҡлы тыл булыуы көс һәм ышаныс бирә. Мин дуҫтарым, коллегаларым менән дә ғорурланам. Уларҙың кәңәштәре, ярҙамдары мине ғүмерем буйы етәкләп, алға алып бара. Ошо үҙе бит инде оло бәхет! - тип һүҙен тамамланы ул. Әйтергә кәрәк, 2021 йылда Этҡол ауылында моделле китапхана асылғандан һуң, муниципаль район хакимиәте етәкселеге ҡаланың үҙәк китапханаһына финанс бүлә. Бөгөнгө көндә унда капиталь ремонт бара. Киләсәктә учреждениены моделле китапхана итеп үҙгәртеп ҡороу теләге менән янып йәшәй уның хеҙмәткәрҙәре.

Бөгөнгө көндә Ишембай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы составында һигеҙ моделле китапхана (икеһе ҡалала, алтыһы ауыл биләмәләрендә) уңышлы эшләп килә. Әйтергә кәрәк, уларҙың етеһе республика конкурсы сиктәрендә моделле китапхана тигән статус алған. Улар рәтендә: 2-се «Китапхана – экологик үҙәк» китапхана-филиалы, 9-сы китапхана-филиал (Сәнғәт бүлеге) һәм ауыл биләмәләрендә урынлашҡан 9-сы (Байғужа ауылы), 16-сы (Көҙән ауылы), 17-се (Ҡолғона ауылы), 18-се (Маҡар ауылы), 26-сы (Йәнырыҫ ауылы) моделле китапханалар.

Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһында төрлө бүлектәр эшләп килә. Шундайҙарҙың береһе – әҙәбиәтте комплектлау һәм эшкәртеү бүлеге. Уның хәҙерге мөдире
Роза Ғәйнетдинова менән танышып үтәйек.

- 2006 йылда 4-се китапханала эш башланым, 2016 йылдан алып ошо бүлек мөдиремен, - тип һүҙ башланы Роза Рәүҙәт ҡыҙы. – Минең эшем бөтә үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының берҙәм фондын алып барыуға һәм эшкәртеүгә ҡайтып ҡала. Шул уҡ ваҡытта периодик баҫма менән эшләйем. Заманса яңы китаптарҙы (художестволы әҫәрҙәр, балалар өсөн китаптар, төрлө белешмәләр) һатып алыу ҙа минең яуаплылыҡта.

Шулай уҡ Роза Ғәйнетдинова «Берҙәмлек - 2007», «Салауат йыйыны - 2010», «Ҡыш бабайҙың ҡунаҡ тирмәһе - 2016» һәм «Фольклориада - 2021» кеүек мәҙәни сараларҙы ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша.

Гәзит уҡыусыға тағы бер хеҙмәткәр тураһында һөйләргә теләр инек: ул – Ирина Гусева.

- Эшем үҙенсәлекле, башҡаларҙыҡынан айырылып тора. Мин 2014 йылдан алып электрон уҡыу залын етәкләйем. Карьерамды 2002 йылда 7-се үҫмерҙәр китапханаһында башланым, артабан үҙәк учреждениеға күстем, - тип таныштырҙы үҙе менән Ирина Владимировна. – Яңы эшемдә китапханаларҙың эшмәкәрлеген интернет селтәрендә координациялайым, тура трансляцияларҙы ойошторам, «Пушкин картаһы» проектына тоташырға ярҙам итәм. Төрлө мәҙәни сараларҙа ауыл китапханасыларының һөҙөмтәле эшен йыш күрергә тура килә беҙгә. Был йәһәттән УрманБишҡаҙаҡ ауыл китапханаһы мөдире Фәйрүзә Арыҫланғәлина менән таныштырып үтергә булыр ине. Ул 10 йыл эш дауамында «Библиотөн», «Үлемһеҙ полк», «Балаларға һуғыш тураһында уҡыйбыҙ» кеүек район-ҡала китапханалары конкурстарында һәм акцияларында ҡатнашып, призлы урындар яулауға өлгәшә.

- 2018 йылда «Иң яҡшы йыл китапханасыһы» республика конкурсында көс һынашып, 50 мең һум күләмендә грант оторға тура килде, - ти ул. – 2018-2019 йылдарҙа «Китапхана-мәғлүмәти эшмәкәрлек» программаһы буйынса китапханасыбиблиографҡа уҡып сыҡтым. 2013 йылдан китапхана ҡарамағында «Ағинәйҙәр» ирекле йәмәғәт ойошмаһын етәкләйем.

Уҙған йылдың декабрь айында Үрге Этҡол моделле китапханаһы «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә «Яңы быуын китапханаһы» статусын алғайны. Уны етәкләүсе Гөлдәр Йәрмөхәмәтова гәзит уҡыусыға тос мәҡәләләре аша ла таныш.

Гөлдәр Плюр ҡыҙы Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлағандан һуң, 1994 йылда ошо уҡ ҡалала 62-се балалар баҡсаһында эш башлай. 2001 йылда ғаиләһе менән Үрге Этҡол ауылына йәшәргә күсеп ҡайта.

- Бөгөнгө көндә Этҡол – ҙур ауыл, унда меңдән ашыу кеше йәшәй. Иң ҙур мәҙәни үҙәктәрҙең береһе булып 1969 йылда нигеҙ һалынған китапхана тора. Әлеге мәлдә уның
фондын 14 меңдән ашыу документ тәшкил итә. Беҙгә Этҡолдан ғына түгел, ә Аҙнай, Әсеялан, Авангард ауылдарынан һәм Подлесный утарынан да йөрөйҙәр, - тип
уртаҡлашты китапхана мөдире.

– 2002 йылдан алып китапхана сәләмәт тормошто пропагандалау буйынса эшләп килә. 2012 йылда беҙ 2010- 2014 йылдарға «Башҡортостан Республикаһы китапханалар эшен үҫтереү» маҡсатлы программаһын ғәмәлгә индереү сиктәрендә моделле китапханалар ойоштороу проекттары конкурсында ҡатнаштыҡ. Китапханабыҙ шул
саҡта «моделле» тигән статус алды.

Шуны ла билдәләү мөһим – 2019 йылда Үрге Этҡол китапханаһы ауыл биләмәләре араһында үткән иң яҡшы мәҙәниәт учреждениеһы конкурсында ҡатнашып, аҡсалата 100 мең һумлыҡ премия менән бүләкләнә.

Был көндә муниципаль райондың барлыҡ китапханасыларына ижади уңыштыр, яңы проекттарҙа еңеүҙәр һәм көр кәйеф теләп ҡалабыҙ. Һеҙ ойошторған һәр сара ла ҡыҙыҡ китап уҡығандай күңелле үтһен!

Һеҙҙең эшегеҙ – үҙе бер матур китап!
Һеҙҙең эшегеҙ – үҙе бер матур китап!
Һеҙҙең эшегеҙ – үҙе бер матур китап!
Һеҙҙең эшегеҙ – үҙе бер матур китап!
Һеҙҙең эшегеҙ – үҙе бер матур китап!
Һеҙҙең эшегеҙ – үҙе бер матур китап!
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас