Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Май 2022, 15:00

Халыҡ ижадының тамырҙары тәрәндә

Ишембайҙа «Халыҡ уйындары» фольклор программаларының төбәк фестивале үтте. Унда Баймаҡ, Дыуан, Ишембай, Күгәрсен, Мәләүез, Стәрлетамаҡ райондарынан, Күмертау, Сибай ҡалаларынан балалар һәм өлкәндәр фольклор коллективтары ҡатнашты. Миллилек, халыҡсанлыҡ һынланышы булған фестиваль күңелдә онотолмаҫтәьҫораттар ҡалдырҙы.

Халыҡ ижадының тамырҙары тәрәндә
Халыҡ ижадының тамырҙары тәрәндә

Бәйгелә көс һынашыусыларҙы Башҡортостаныбыҙҙың иң абруйлы, иң ғәҙел сәнғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре баһаланы. Улар араһында филология фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Башҡорт фольклоры ғилми тикшеренеү үҙәгендә баш ғилми хеҙмәткәр Нәркәс Хөббөтдинова, сценарист, драматург, прозаик, филология фәндәре кандидаты,
М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының уҡыуҙан тыш һанлы проектлау ресурс үҙәгенең өлкән ғилми хеҙмәткәре Шәүрә Шәкүрова, тарих фәндәре кандидаты, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты доценты Гөлкәй Шаһапова булды.

Фольклор коллективы - ул ҡатнашыусыларҙың күп төрлөлөгө. Бында һәр кем үҙенең ҡабатланмаҫ рухи донъяһы менән ҡәҙерле. Улар - фекерҙәштәр коллективы һәм быларҙың барыһына ла беҙ был көндө шаһит булдыҡ.

Бәйгеселәр жюри хөкөмөнә бәләкәй спектаклдәр тәҡдим итте, уларҙа тыуған төйәктең ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында һөйләне. Йолалар, традициялар, халыҡ йырҙары бәйгелә ҡатнашыусыларҙың сығыштарында сағылыш тапты. Сәхнәгә етәкселәре менән бергә йәш артистар ҙа сыҡты. Фольклор байрамы менән ҡатнашыусыларҙы мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Тимербулатова ҡотланы.

- Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылында халыҡ ижадын үҫтергән фольклор коллективтарына ҙур иғтибар бүленә. Һеҙ, ансамблдәр етәкселәре һәм ҡатнашыусылары - йолаларҙы һаҡлаусы ысын илһөйәрҙәр, уларҙы быуынданбыуынға тапшыраһығыҙ, шуның өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Әлфиә Ринат ҡыҙы.

Фестиваль бик бай килеп сыҡты. Артистар сәхнәлә сағыу һүрәт төшөрөп кенә ҡалмай, ә һәр элемент символик мәғәнәгә эйә булған йолаларҙы өйрәнә. Шулай итеп, урындар түбәндәгесә бирелде:

3-сө урын - Ҡолғона мәҙәни-социаль үҙәгенең «Сыуаҡай» фольклор коллективы, “Ҡайын һыуы - мең сиргә дауа” йолаһы (етәксеһе БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт
хеҙмәткәре Гөлсинә Ғөбәйҙуллина) һәм Күгәрсен районының «Веретёнце» өлгөлө фольклор ансамбле, «Завивание кукушки» йолаһы (етәксеһе Спирина Елена);

2-се урын - Кинйәбулат ауылы мәҙәниәт йортоноң «Миләш» фольклор коллективы, «Баш ите менән һыйлау» йолаһы (етәксеһе БР-ҙың мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөбәржәт Шаһиева) һәм Күмертау ҡалаһының Кинйә Арыҫланов исемендәге башҡорт халыҡ фольклор ансамбле, «Һунарға барыу» йолаһы (етәксеһе Айгөл Ильясова);

1-се урын - Мәләүез районының «Мәләүез ынйылары» йыйылма башҡорт халыҡ фольклор коллективы,“Килен төшөрөү” туй йолаһы (етәксеһе БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлсөм Хисаметдинова) һәм Дыуан районының «Әхирәттәр» фольклор ансамбле «Тиҙәк баҫыу өмәһе» йолаһы (етәксеһе Юлиә Йомағужина).

Гран-при Мәләүез районының «Ҡояшҡай» балалар йыры театрының кескәйҙәр төркөмөнә бирелде. Улар Ольга Ларионова етәкселегендә «В гостях у Дедушки – Медведушки» әкиәтенән өҙөк сәхнәләштерҙе. 

Һәүәҫкәр артистар был фестиваль-конкурста ҡатнашып, үҙебеҙҙең халыҡ ижадының ни тиклем бай, төрлө, тәрән тамырлы булыуына тағы бер тапҡыр инанды һәм уны күҙ ҡараһылай һаҡларға кәрәклеген дә аңланы.

Ауылдарҙа фольклор төркөмдәре арта, аллы-гөллө күлдәктәр тектерәләр, биҙәүестәр эшләп тағалар, ҙур сәхнәлә сығыш яһарға ынтылып торалар. Дәрт-дарманың,
теләгең булмаһа, сәхнәгә сығып ҡара! Улар үҙҙәренең әүҙем тормоштары менән балаларына, ейәндәренә, ғөмүмән, тирә-йүндәгеләр өсөн үрнәк булып торалар.

Ысынлап та, беҙ халҡыбыҙҙың матур йолаларын сәхнәлә түгел, ә ысын тормошта тергеҙәбеҙ. Ауылдарға килен төшөрөү, һыу юлы күрһәтеү, өмәләр үткәреү, балаларҙы ылыҡтырған саралар үткәреү, дини йолаларыбыҙҙы тормошта ҡулланып йәшәү ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. Халҡыбыҙҙың үҙ асылына ҡайтыуы әҙерәк һиҙелгәндәй була башланы. Был шатлыҡлы күренеш! Һәр милләт халҡы үҙ ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын оноторға тейеш түгел.

Халыҡ йолаларын өйрәнеп, уларҙы барыһына ла еткерергә тырышҡан йырмоң һөйөүсе апай-ағайҙарға, йәштәргә, уларҙың талантлы етәкселәренә ижади уңыштар, күңел күтәренкелеге, бөтмәҫ көс-дәрт теләйбеҙ!


Автор фотоһы

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: