Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Май 2022, 08:00

Иртә таңдан теләйем теләктәрҙең...

.

Иртә таңдан теләйем теләктәрҙең...
Иртә таңдан теләйем теләктәрҙең...

Иртә таңдан теләйем теләктәрҙең
Яҡтыларын, керһеҙ, сафтарын:
Эй, Хоҙайым, берүк ғәфү ҡыл һин,
Барҙыр яңылышҡан да саҡтарым!
Иҫәнлектәр һорайым яҡындарға,
Күңелемдән улар китмәһен!
Һаулыҡ менән ҡаршыларға яҙһын
тормошомдоң һәр бер иртәһен!
Юлға сыҡҡандарға тыныс сәфәр,
Яңғыҙҙарға тиңен, үҙ парын
Бирһен Хоҙай, матур йәшәһендәр
Аҡ теләкле ихлас дуҫтарым!
Ата-әсәйҙәргә хөрмәт менән
Ҡарайыҡ әле һәр бер иртәлә!
Әйтәйек йылы һүҙҙе күңелдәре
Беҙҙән бары шуны көткәндә!
Ил- көнөмә тыныслығын бирсе
Эй, Хоҙайым, йәшәйек яратып!
Һоҡландырып яман ҡараштарҙы
Яҡты уйҙар менән ағартып!


Фото: https://pixabay.com/ru

Автор:Гөлнур Айзат.
Читайте нас: