Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Май 2022, 19:00

Ауыл хәбәрҙәре

Һарғай ауылы "Бәпес ҡоймағы" байрамы айҡанлы үҙенә ҙур ҡунаҡтар йыйҙы. Байрамға килеүсе мәртәбәле ҡунаҡтарҙы Маҡар ауылы Ағинәйҙәр фольклор төркөмө һәм Һарғай ауылы халҡы йыр-бейеүҙәр, үҙҙәре етештергән шифалы буҙа һәм биҙәлгән тирмә менән ҡаршы алдылар.

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Өҫтәл өҫтөндә ҡоймаҡтың ниндәйе генә юҡ ине! Тарынан, ҡарабойҙайҙан, ҡабаҡ ҡушылған, бауырҙан бешерелгән, әсетеп тә, сөсө итеп тә бешерелгән ҡоймаҡтар тиһеңме, барыһы ла бар ине.

Өфөнән һәм Ишембай ҡалаһынан килгән ҡунаҡтарҙың сәләмләү һүҙҙәренән һуң театрлаштырылған тамаша һәм концерт ойошторолдо.

Дәрт-дармандары ташып торған һарғайҙарға артабан да уңыштар теләйек. Иң мөһиме илебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ булһын.

 

Фото: https://vk.com/makarsdk

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Маҡар ауылы мәҙәниәт йорто
Читайте нас: