

Проект быйыл бишенсе тапҡыр үткәрелде һәм һәр йылдағыса һүҙ оҫталарына йәмәғәтселеккә мөһим һүҙҙәрен еткереү мөмкинлеген бирҙе.
«Йөрәк һүҙе» шиғриәт конкурсының идея авторы, проект етәксеһе Наилә Сәфәрғолова социаль селтәрҙәрҙә яңылыҡтар менән ихлас уртаҡлашып торҙо.
- Биш йыл, әлбиттә, оло юбилей түгел, әммә, проектыбыҙҙың һәр бер йылы – ул үҙе бер ғүмер! Эйе, ысын мәғәнәһендә, ошолай тип әйтеү – ул дөрөҫ һәм ғәҙел. Һәр йыл «Йөрәк һүҙе» өсөн һынауҙар тыуып торҙо – ижад яҙмышыбыҙ кәртәле һәм ҡатмарлы булды, әммә бар ауырлыҡтарҙы күтәрергә беҙгә халыҡ һөйөүе ярҙам итте һәм көс бирҙе, - тине Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наилә Абдулхай ҡыҙы. - Проект республикабыҙҙа ғына түгел, сит өлкәләргә лә таралды. Популяр булып китеүенә уның милли рух менән һуғарылыуы, йәмғиәттәге ҡанһырап торған актуаль проблемаларҙы күтәреүе, бәйгеселәрҙең төрлө өлкәлә эшләүҙәре сәбәпсе булғандырмы, белмәйем, әммә, ул ут тиҙлегендә тамашасы күңелен ялмап алды.
Наилә апай белдереүенсә, «Йөрәк һүҙе» проектында иң мөһим приз – ул «Тамашасы һөйөүе» номинацияһында яуланғаны.
- Ни өсөн тиһегеҙме?.. Сөнки уны шиғриәт бәйгеһенә килгән, залда ултырған тамашасы үҙе һайлай. Тимәк, был призға лайыҡ кеше, халыҡ һөйөүенә лайыҡ тигән
һүҙ! Был баһанан да ҙурыраҡ баһа буламы икән?! Юҡтыр, моғайын... - ти Наилә Сәфәрғолова.
Әлбиттә, һүҙ яҡташыбыҙ – Әхмәр ауылы егете, Башҡорт һәм төрки филологияһы факультетының IV курс студенты Урал Таһиров тураһында бара. «Йөрәк һүҙе. Рәми» шиғриәт бәйгеһендә «Тамашасы һөйөүен» яулай ул.
- 2022 йыл, 12 апрель... Ошо көндө ҙур түҙемһеҙлек менән көттөм мин. «Йөрәк һүҙе. Рәми» тип аталған, бишенсе тапҡыр республика кимәлендә уҙғарылған бик тә
мәртәбәле шиғриәт бәйгеһенең финалына үткәнемде белгәс, нисек шатланыуымды күрһәгеҙ... 80-дән ашыу ҡатнашыусы араһынан иң-иңдәрҙе – 12 бәйгесене эксперт-һайлап алыу комиссияһы финалға сығарҙы. Шулар араһында мин дә бар инем. Был үҙе оло еңеү ине минең өсөн. Шулай булмайынса, телевидение, радио, театр, ғөмүмән, мәҙәниәт өлкәһендә эшләп, тәжрибә туплаған бәйгеселәр менән көс һынашыу – үҙе бер мәртәбә лә баһа, - тигән һөйөнөсө менән уртаҡлашты Урал.
Сараға етди әҙерләнергә кәрәклеген яҡшы аңлай егет – әсәһе менән икәүләп йөкмәткеле шиғырҙарҙы бер ай тирәһе эҙләйҙәр.
- Беренсе турға Рәми Ғариповтың бер нисә шиғырын тематикаһы буйынса бергә ҡуштыҡ. Икенсе турға – Ғәлиә Кәлимуллинаның, өсөнсө турға Салауат Әбүзәрҙең монологын һайланыҡ. Тәүҙә нисек бар шулай ятланым. Артабан Стәрлетамаҡ драма театры актрисаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ләйсән апай Кәримова шиғырҙарымды тыңлап, дөрөҫ интонация менән, тейешле хис-тойғоларҙы нисек бирергә аңлатып, репетициялар үткәрҙе. Уға рәхмәтем сикһеҙ. Ошо дәрестәрҙән һуң үҙемдең бәйгелә еңеүемә ышаныс тыуҙы. Шулай уҡ, рәхмәт һүҙҙәрен үҙемдең Башҡорт һәм Төрки филологияһы факультеты деканы Рәйсә Хәким ҡыҙы Илишеваға еткерәм...
2022 йыл, 12 апрель. Өфө дәүләт опера һәм балет театрының ҙур залы. Халыҡ шығырым тулы. Яҙыусылар, артистар, хөкүмәт ағзалары, Ҡоролтай депутаттары – барыһы ла бар бында…
- Бына мин сығыш яһайым. Үҙемде ысын Рәми итеп тоям, халҡыма өндәшәм, бөтә йөрәгемдән сыҡҡан хис-тойғоларымды тамашасы күңеленә еткерергә тырышам. Килеп сыҡты, шикелле, зал мине көслө алҡыштарға күмә... Тамашасыларҙың шиғриәткә булған һөйөүен күреү – үҙе бер бәхет ине – ти Урал. - Артабанғы уй-кисерештәремде яҙып та, һөйләп тә аңлатып еткерә алмайым. Берсә көйәм, берсә шатланам. Тәнәфес ваҡытында тамашасыларҙың эргәмә килеп: «Шәп булды, һин – беренсе, һин – еңеүсе, афарин, беҙ һинең өсөн тауыш бирәбеҙ» - тип маҡтап дәртләндереүҙәре, тағы, тағы әллә күпме матур һүҙҙәр әйтеүҙәре мине күктәргә күтәрҙе, миңә ҡанат ҡуйҙы. Рәхмәт һиңә, тамашасым, мең-мең рәхмәт! «Тамашасы һөйөүе» махсус призын – телевизорҙы – Ҡоролтай йыйылышы депутаты тапшырғас, ныҡ тулҡынланыуымдан күҙҙәремә йәш, тамаҡҡа төйөр килеп тығылды, әйтер һүҙҙәремде әйтә алмай торҙом хатта.
Яҡташыбыҙ Урал Таһиров был бәйге тураһында ҡайһы бер фекерҙәр менән дә уртаҡлашып үтте.
- Мин үҙем, берәй заман, эшләп, байып китһәм, шундай халыҡсан, рухлы конкурста ҡатнашырға батырсылыҡ иткән һәр кемгә махсус приздар бирер инем. Һәр береһе күңеле күтәрелеп, ҡанатланып ҡайтһын ине. Иң мөһиме кешелә – күңел байлығы бит. Ул байлыҡ булһа, халҡымда рух та һүнмәҫ. Рухлы халыҡ көслө була. Рухы
ныҡтың – теле лә ныҡ булыр, бөтмәҫ, - тип киләсәккә өмөт бағлай Урал. - Ошо хаҡта интернет селтәренә һалырға әҙерләп кенә тора инем, телефон шылтыраны.
БСТ каналының «Сәләм» тапшырыуынан Наил ағай Юнысов икән. Ул хәлемде һорашҡас, 15 апрель көнө иртәнге сәғәткә «Йөрәк һүҙе. Рәми» шиғриәт бәйгеһе тураһында һөйләшеүгә саҡырҙы. Шатланып, риза булдым... Еңеүсе Артур Кәбиров менән тапшырыуҙа ҡатнаштыҡ, әңгәмәләштек, - тине ул.
Урал Таһиров һымаҡ һүҙгә маһир, оҫта, дәртле яҡташтарыбыҙ булғанда беҙҙең йөрәктәр ҙә «дөп-дөп» тибә – тимәк, йәшәйбеҙ, уйланабыҙ, һығымта яһайбыҙ...
Фото: https://vk.com/u.tagirov