Мәҙәниәт
22 Апреля 2022, 13:00

Матурлыҡ тантана итте

Ошо көндәрҙә Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайында «Һылыуҡай-2022» конкурсының финалы уҙҙы. Ҡалабыҙҙа йолаға әүерелгән “Һылыуҡай” конкурсының матур яҙ айына тура килеүе юҡҡа түгелдер. Гүзәл заттар ҙа бит донъяға, тәбиғәткә һулыш биреүсе яҙҙай тормошобоҙҙоң йәме, матурлығы, кешелеккә йәшәү биреүсе.

Матурлыҡ тантана иттеМатурлыҡ тантана итте
Матурлыҡ тантана итте

Ниһайәт, көтөп алынған мәл етте. Шаршау асылды. Залдағы барлыҡ тамашасыларҙың иғтибары – сәхнәлә. Милли башҡорт кейемендә береһенән-береһе гүзәл
ҡыҙҙар теҙелеп сыҡты. Әле кем икәнлектәре сер булып ҡалған тал сыбығылай һығылмалы, зифа буйлы һылыуҙар талғын ғына көйгә матур хәрәкәттәр яһай.

Районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан килгән ун һылыу ҡыҙ нәфислектә, йор һүҙлелектә һәм башҡа һынауҙарҙа көс һынашты. Улар – Алһыу Шаниязова, Эльвина Шәрипова, Айһылыу Кинйәбаева, Юлиә Хәкимғужина, Гөлшат Ҡорбанғәлиева, Ғәлиә Ғәлина, Нәргизә Күскилдина, Камила Ғәниева, Азалия Ибәтуллина һәм Әлиә Диниева.

Мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Тимербулатова әйтеүенсә, быйыл конкурсанттарҙың кейемдәре айырыуса зауыҡлы, ҡыҙҙар маҡсатҡа ирешеүсән, һәр береһенең лидерлыҡ сифаты бар.

Быйыл конкурс яңы форматта үтте. Ойоштороусылар шоу-программаны тамашасылар һәм конкурсанттар өсөн ҡыҙыҡлы итергә тырышты, бәйге бейеүҙәрҙең,
дефиленың күплеге менән айырылып торҙо. Был ҡыҙҙарҙың характерын нығыраҡ асырға ярҙам итте. Өс аҙна буйы конкурсанттар репетициялар үткәрҙе.

Конкурстың тәүге һынауы – үҙең менән таныштырыу ине. Һәр ҡыҙ үҙе, хыялдары һәм ғаиләһе тураһында һөйләне. Тамашасы күңеленең нескә ҡылдарын тирбәтһен өсөн һылыуҡайҙар һүҙ оҫталыҡтарын, төрлө алымдар, шиғри юлдарҙы файҙаланды. Һылыуҡайҙар мосолман кейемендә, заманса стилдә дефиле күрһәтте, кадет уҡыусылары менән берлектә парлы бейеүҙә ҡатнашты. Бына финалда ҡатнашыусы ҡыҙҙарҙы, уларҙың ата-әсәләрен һәм конкурсанттар өсөн янып-көйгән тамашасыларҙы тулҡынландырған мәл дә килеп етте. Номинацияларҙы билдәләү, еңеүселәрҙе тәбрикләү башланды. Шулай итеп, “Һәләтле һылыуҡай” номинацияһына - Алһыу Шаниязова, “Серле һылыуҡай”ға - Айһылыу Кинйәбаева, “Сая ҡыҙ” номинацияһына - Гөлшат Ҡорбанғәлиева, “Наҙлы һылыуҡай”ға - Ғәлиә Ғәлина, “Һөйкөмлөлөк мисы”на - Нәргизә Күскилдина, “Нәзәкәтле һылыуҡай” номинацияһына Камила Ғәниева лайыҡ булды.

“Һылыуҡай – 2022” тажын Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт-гимназия интернаты уҡыусыһы, Әхмәр ауылы ҡыҙы Юлиә Хәкимғужина кейҙе. Уға 15 мең һумлыҡ сертификат һәм башҡа бүләктәр тапшырылды.

- Мин йырларға, бейергә, театр постановкаларында ҡатнашырға яратам. Былар миңә конкурста еңергә ярҙам итте лә инде. Ҙур рәхмәтемде атай-әсәйемә, ағайыма, мине әҙерләгән хореографтарға еткерәм. “Һылыуҡай” бәйгеһендә ҡатнашырға күптән хыяллана инем. Алда мине республика ярышы көтә, унан да еңеү менән ҡайтыуыма ышанам, - тип шатлығы менән бүлеште Юлиә.

Беренсе урынға Эльвина Шәрипова, икенсегә - Әлиә Диниева, өсөнсө урынға Азалия Ибәтуллина лайыҡ булды.

Сәхнә түрендә үҙенең матурлығы һәм сағыу кейемдәре менән барыһын да әсир иткән Юрматы һылыуы Эльвина Шәрипова Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында тик “5”- ле билдәләренә генә белем ала. Ул балалар сәнғәт мәктәбенең вокал бүлеген ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Бәләкәстән йыр-моңға ғашиҡ ҡыҙ гимназияла үткән һәр бер сарала сәхнә түрендә. “Йәйғор” телестудияһының алып барыусыһы, төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа тик призлы урындар яулай. Иң ҙур еңеүе - сәсәндәр бәйгеһе – “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү конкурсында республика кимәлендә 2-се урын алыуы, “Сулпылар” телевизион конкурсы лауреаты ла. Әлеге ваҡытта Регина Төхвәтуллина етәкләгән “Илһам” төркөмө солисткаһы.

- “Һылыукай” конкурсы минең бәләкәс саҡтағы хыялым, 1-се урынға сығыуыма бик шатмын. Бала саҡтан сәхнәлә булғанға, конкурс миңә еңел бирелде. Барлыҡ ойоштороусыларға, бағыусыларға рәхмәт әйткем килә. Үҙебеҙҙе, оҫталығыбыҙҙы, хеҙмәтебеҙҙе күрһәтергә мөмкинлек биргәндәре өсөн Ишембай районының мәҙәниәт бүлегенә, хореограф Лилиә Тәлғәт ҡыҙына, Гүзәл Илдар ҡыҙына, Зөлфиә Алламорат ҡыҙына, Рәфис Ишбаевҡа, Розалия Әхмәтйәноваға, Регина Сабитоваға айырым рәхмәт. Уларҙың барыһын да һағынасаҡмын. Әлбиттә, атаәсәйемә айырыуса ҙур рәхмәт әйткем килә, улар һәр ваҡыт мине ҡанатландырып торалар. Хыялдарым күп, мәктәпте уңышлы тамамлап, юғары уҡыу йортона уҡырға инеү, тыуған еремә, халҡыма кәрәкле кеше булыу, - ти
Эльвина.

Һомғоллоғо, ябайлығы, мөләйемлеге менән айырылып торған Ҡолғона гүзәле Әлиә Диниева менән аралашам.

- Мин Ишембай районының ҡалын-ҡалын урмандар, бейек тауҙар ҡуйынында урынлашҡан Ҡолғона ауылында тыуғанмын. Урта мәктәптә 10-сы класта тик яҡшы билдәләргә генә уҡыйым. Бейеү, йыр, волейбол түңәрәгенә йөрөйөм. “Һылыуҡай” конкурсында икенсе урын алыуыма бик тә шатмын. Бәйге миңә еңел бирелде, һәм бик тә оҡшаны, яңы таныштар, дуҫтар таптым. Хыялым киләсәктә сәнғәт юлынан китеү, - ти Әлиә.

Әйткәндәй,  Һылыуҡай - 2022” матурлыҡ бәйгеһенә ҡарата “Торатау” гәзите “Бәйләнештә” социаль селтәрендә ҡыҙҙар өсөн тауыш биреү уҙғарҙы. Ике аҙна тирәһе һылыуҡай көйәрмәндәре төркөмдә әүҙем тауыш биргәндән һуң, “Торатау гүзәле” исемен иң күп тауыш менән Юлиә Хәкимғужина яуланы! Уға гәзиттең баш мөхәррире Гөлнур Артыҡаева Маҡтау грамотаһы, башҡорт балын һәм “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексына сертификат бүләк итте.


Автор һәм Гөлнур Артыкаева фотолары.

Матурлыҡ тантана итте
Матурлыҡ тантана итте
Матурлыҡ тантана итте
Матурлыҡ тантана итте
Матурлыҡ тантана итте
Матурлыҡ тантана итте
Матурлыҡ тантана итте
Матурлыҡ тантана итте
Матурлыҡ тантана итте
Матурлыҡ тантана итте
Матурлыҡ тантана итте
Матурлыҡ тантана итте
Матурлыҡ тантана итте
Матурлыҡ тантана итте
Матурлыҡ тантана итте
Матурлыҡ тантана итте
Матурлыҡ тантана итте
Матурлыҡ тантана итте
Матурлыҡ тантана итте
Матурлыҡ тантана итте
Матурлыҡ тантана итте
Матурлыҡ тантана итте
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас