

Атай ҡырҙа үҫтерҙе,
Әсәй үҙе бешерҙе.
Улар гел генә әйтә:
“Оло булма икмәктән.
Ул алтынға бәрәбәр
Асыҡҡанда интекһәң”,
– тип яҙа Кәрим Булат үҙенең балалар өсөн яҙған бер шиғырында.
Икмәк – иң оло, хөрмәтле, ҡәҙерле ризыҡтарыбыҙҙың береһе.
Игенсе һөнәренә һөйөү һәм икмәккә ихтирам тәрбиәләү маҡсатында Һайран мәҙәниәт йортонда балаларға икмәктең көндәлек аҙыҡ булыуы тураһында төшөнсә биреп,
икмәктең ҡайҙан килеүе, кемдәр уны үҫтереүе, нисек бешерелеүе тураһында кисәлә ҡатнашҡан апайҙар аңлайышлы итҽп һөйләп бирҙҽләр. Хаҡлы ялдағы уҡытыусыбыҙ Флүрә Богданова Әнғәм Атнабаҽвтың "Ҡара икмәк" шиғырын уҡып ишҽттҽрҙҽ.
Табынға тәмлҽ икмәктәр алып килҽүсе, кисәлә ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙарға ҙур рәхмәт.