

Яңыса йыһазландырылған яҡты, яңы мебелле, бай китап фондлы китапхананан аҙнайлылар хайран ҡалды. Ошондай китапханала нисек бейемәйһең дә, нисек йырламайһың инде!?
Аҙнай һылыуҙары йәшлек йылдары, колхоздар мәлен һүрәтләгән концерт номерҙарын тамашасыларға бүләк итеп, йәш саҡтарҙы иҫкә алып хәтирәләргә бирелделәр. Китапхананың ял итеү бүлмәһендәге массаж креслоһы Аҙнай ҡатындарына айырыуса оҡшаны. Улар киләсәктә китапханаға ейәндәре менән килеп, төрлө интреактив уйындарҙа шөғөлләнергә, балаҫ һуғыу серҙәрен өйрәнергә теләк белдерҙе. Уларҙың Этҡол моделле ауыл китапханаһының әүҙем китап уҡыусылары булырына ышанабыҙ, сөнки улар бөтә ергә лә өлгөрә.
Башҡалар ҙа Аҙнай һылыуҙарынан өлгө алып, китапханабыҙҙы килеп күрерҙәр.