Мәҙәниәт
18 Апрель 2022, 08:00

Еңеү өсөн көс һынаштылар

Сәхнәлә төрлө йәштәге кешеләрҙең сағыу лидерҙарын ниндәй сара йыя? Әлбиттә, был беҙҙең яратҡан Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы!

Еңеү өсөн көс һынаштыларЕңеү өсөн көс һынаштылар
Еңеү өсөн көс һынаштылар

Ошо көндәрҙә ҡалабыҙҙың Йәштәр һарайында Ишембай КВН лигаһының финалы уҙҙы. 2022 йылғы миҙгелдә туғыҙ команда еңеү өсөн көс һынашты. Күңелле сара барышында командалар үҙең менән таныштырыу, күнекмәләр үтеү, жюри менән фотоға төшөү һәм башҡа һынауҙарҙы уңышлы үтте.

КВНда бер нисә йыл ҡатнашҡан ҡайһы бер уҡыусылар мәктәпте тамамлау, башҡа уҡыу йортона уҡырға инеү менән бәйле яратҡан командалары менән хушлашты. Был, ысынлап та, бик тулҡынландырғыс булды, сөнки ошо йылдар эсендә улар бер-береһе менән дуҫлашып өлгөрҙө.

Тамашаға сығыш яһаусыларҙың ата-әсәләренең килеүе айырыуса ҡыуаныслы ине. Улар КВНсыларҙың һәр сығышын дәррәү алҡыштарға күмде.

- Тамашасыларҙың сығыш яһаусыларҙы алҡыштар менән хуплауҙары өсөн рәхмәт. Пандемия менән бәйле, уйындар бер аҙ туҡталып торһа ла, был миҙгелде уңышлы ябабыҙ. Киләһе йылда зал тамашасылар менән тулы булыр, тип ышанам. Минеңсә, командаларҙың мөмкинлектәре бик ҙур. Яңы үрҙәр һеҙгә йәштәр, - ти Игорь Михайлович.

Һәр команда ла еңеүгә ынтылды, һөҙөмтәлә, өсөнсө урынды Ишембай нефть колледжының “Шутки в сторону” командаһы яуланы. Икенсе урынды “16 йәшкә тиклем һәм
унан өлкәнерәктәр” (ҡаланың йыйылма командаһы) һәм “Три четверти” (11-се мәктәп) командалары бүлеште. Ә 1-се гимназия уҡыусылары – “Дети нулевых” еңеүсе булды. Командаларға - ныҡышмалыҡтары, жюри ағзаларына - иғтибарҙары, партнерҙарға бүләктәре өсөн рәхмәт. Ишембай КВН лигаһы мөхәррире, БР көньяғының КВН лигалары системаһы директоры Игорь Когут әйтеүенсә, беҙҙең яҡташтар һәр ваҡыт юғары кимәл күрһәтә.


Автор фотолары.

Еңеү өсөн көс һынаштылар
Еңеү өсөн көс һынаштылар
Еңеү өсөн көс һынаштылар
Еңеү өсөн көс һынаштылар
Еңеү өсөн көс һынаштылар
Еңеү өсөн көс һынаштылар
Еңеү өсөн көс һынаштылар
Еңеү өсөн көс һынаштылар
Еңеү өсөн көс һынаштылар
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас