

Килегеҙ, дуҫтар, ифтарға,
Онлайнда булһа ла,
Йыйылышайыҡ бер ергә
Хыялдарҙа булһа ла.
Ауыҙ асырға саҡырам
Ураҙа тотоусылар!
Ашау – эсеүҙән көн буйы
Тыйылып тороусылар!
Сабырлыҡ, түҙемлек менән
Ураҙа тотаһығыҙ,
Яманлыҡтан, насарлыҡтан
Һеҙ йыраҡ тораһығыҙ!
Күпме изгелектәр һыйған
Һеҙҙең йөрәгегеҙгә,
Һауаптар булып ҡайтһындар
Әйләнеп үҙегеҙгә!
Аллаһ ризалығы өсөн
Әҙерһегеҙ һәр эшкә,
Гел бишле генә яҙалыр
Һеҙҙең иңдә фәрештә!
Эй, минең ҡәҙерлеләрем,
Һеҙ ниндәй изгеһегеҙ,
Аллаһының рәхмәтендә
Үтһен һәр бер көнөгөҙ!
Килегеҙ миңә ифтарға,
Әйҙә, ауыҙ асайыҡ!
Рөхсәт ителгән ваҡытта
Тәмле ризыҡ ашайыҡ!
Ауыҙ астырырға йыйып
Һауаптарын алайыҡ!
Изге Рамазан айының
Ҡәҙерен белеп ҡалайыҡ!
Сығанаҡ: https://vk.com/id79386767?w=wall79386767_19140%2Fall