

Башҡортостанда 160-тан ашыу милләт вәкиле дуҫлыҡта һәм татыулыҡта йәшәй. Уларҙың һәр береһенең үҙенең тарихы, йолалары, милли кейемдәре. Милли кейем көнө – тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә хөрмәт күрһәтеү мөмкинлеген бирә, үҫеп килгән быуынға йолаларыбыҙҙың ҙур байлыҡ булыуын аңлата. Милли костюм – ябай ғына кейем түгел, оҙон тарихи юл һөҙөмтәһе. Ул - халыҡтың мәҙәниәт, тарих үҙенсәлеген сағылдырыусы быуаттар буйы һаҡланып килгән ҡомартҡы.
Ошо уңай менән Маҡар мәҙәниәт йортонда селтәр һәм ҡашмау тегеү буйынса ағинәйҙәр ойошмаһы, фольклор коллективы, ауыл китапханаһы менән берлектә оҫтадыҡ дәресе үткәрелде. Был сараға балалар һәм Иҫәкәй ауылы халҡы килде. Рима Латыпова һәм Сәтирә Әхмәтйәнова селтәр, ҡашмау тегеүҙең нескәлектәрен өйрәтте.
Фото: https://vk.com/makarsdk