

15 апрель – Милли кейем көнө. Был көндөң сағыу апрелгә тура килеүе айырыуса күңелле, сөнки милли кейемдәрҙә яҙҙың бөтә төҫтәре балҡый. Берсә йәшәреп килгән үләндәр, берсә яҡтыраҡ янған йондоҙҙар, берсә уянып килгән ужым,берсә һуңғы күҙ йәшен түккән ҡар өйкөмө төҫтәре сағыла уларҙа.
Был төҫтәрҙе балалар ҙа бик ярата. Ваҡыты-ваҡыты менән программа буйынса сигелгән таҫтамалдар, мәрйен-биҙәүестәр, милли кейемдәге ҡурсаҡ тотоп дәрескә инһәң нисектер балаларҙың йөҙҙәре яҡтыра, телдәре асыла - дәрес күтәренке төҫ ала. Был көндө милли кейем кейеп дәрескә инеүсе балалар күп була. Хатта, үҙҙәре алып килгән кейемдәр ҙә осрай. Ә дәрестә, халҡыбыҙҙың милли биҙәге, төҫтәр, семәрҙәр фәлсәфәһе тураһында һүҙ бара. Хатта, ҡыҙҙар муйынсалар, түшелдерек, сәсүрмес тегеп алырға ла һорайҙар, өлгөләр менән ҡыҙыҡһыналар. Күрәһең, яҙ кескәйҙәребеҙ йөрәгендә лә меңәр йыллыҡ тамырҙарыбыҙҙы уята, уларҙы матурлыҡҡа, камиллыҡҡа саҡыра. Камзул кейеп алған ҡыҙҙарҙың, таҡыя кейгән малайҙарҙың ҡыҙыҡһыныусан ҡарашы уҡытыусыны ла яуаплылыҡҡа саҡыра.
Ошоно уйлап, күптән түгел ҡаланың 3-сө мәктәбендә милли кейем тегеү оҫтаһы Сәриә Исхаҡ ҡыҙы менән осрашыу ойошторолдо. Үҙе бик бай милли кейемдәр кейеп килгән оҫтабикә балалар алдында ысын мәғәнәһендә оҫталыҡ дәресе күрһәтте: башындағы ҡашмауҙан алып, аяғындағы ситегенә тиклем тарих менән бәйләп һүрәтләне ул. Төҫтәрҙе, биҙәктәрҙе балаларға аңлатты. Кескәй генә өлгөләрҙә тегергә өйрәтте. Еләнендәге биҙәктәрҙең ҡояш, йондоҙҙар менән бәйлелеген күрһәтеп, беҙҙең халҡыбыҙҙың бик борондан астрономияны яҡшы белеүен аңлатты. Ә төҫтәр, кейемдең ҡырҡымы тураһында һөйләгәндә халыҡ медицинаһын иҫкә алды: мәҫәлән, ҡашмауҙың күп таштары мәрйен менән биҙәлеүе уны ауыр итә. Ә ауырлыҡ ҡатын-ҡыҙҙың кәүҙәһен тура тотоуға алып килә икән. Быны белгән ҡыҙҙар берсә көлдөләр, берсә ғәжәпләнделәр. Ә башҡорт ҡатын-ҡыҙының бала итәкле күлдәге уның балалары һанын әйтеп тора икән. Етмәһә, тәбиғәттә йәшәгән ҡатын-ҡыҙға бындай итәк йылы һәм ышыҡ булған. Биҙәүестәрҙең алыҫ тарафтарҙан алып ҡайтылыуын һөйләп, ул башҡорттарҙың борон-борондан төрлө көнсығыш илдәре менән бәйләнештә йәшәгәнен әйтеп үтте. Ысынлап та, диңгеҙ ҡабырсыҡтары, ҡусҡарҙар - улар беҙгә ҡайҙан килгән тигән һорау ҡыҙыҡһындырҙы балаларҙы.
Сәриә Исхаҡ ҡыҙының һүҙен өс йәш журналист яҙып барҙы. Артабан улар оҫтабикәнән интервью алып, мәктәптә йәш журналистар үҫеп килгәнен дә күрһәтте. Шундай ҡыҙыҡлы осрашыу бушҡа үтмәне. Беренселәрҙең күмәкләп йырлауы, икенсе, бишенсе, алтынсы кластарҙың шиғырҙары ҡунаҡтың күңеленә хуш килде. Кабинет ишеге ябылманы ул көндө. Матурлыҡ менән тулы бүлмәгә әле бер, әле икенсе класс уҡыусылары килеп инә. Бына шулай үтеп китте беҙҙә милли кейем байрамы.
Милли кейем, милли аш көндәре үткәреү йолаға инеп бара. Ул ваҡиға йылдан-йыл күберәк уҡыусыларҙы йәлеп итһә ине, сөнки һәр халыҡтың үҙ менталитеты, үҙ йолалары, меңәр йыллыҡ тарихы һәм теле бар бит. Был төшөнсә бергә тығыҙ үрелгән һәм беҙ уны яҡшы аңлап, йышыраҡ үҙ асылыбыҙға әйләнеп ҡараһаҡ ине. Ышанығыҙ, балаларҙың күҙҙәре янасаҡ!
Фотола: Халыҡ кейемдәрен йыйыусы - Сәриә Исхаҡ ҡыҙы һәм башҡорт теле уҡытыусыһы Әлфиә Раил ҡыҙы 5в, 6б класс уҡыусылары менән.