Мәҙәниәт
13 Апрель 2022, 05:20

Юлиә Хәҡимғужина - "Торатау гүзәле"!

Күптәр тулҡынланып көткән 13 апрель көнөлә килеп етте. Йәғни тап бөгөн иртәнге ун сәғәттә "Һылыуҡай - 2022" конкурсында ҡатнашыусы ҡыҙҙар өсөн тауыш биреү тамамланды.

Юлиә Хәҡимғужина  - "Торатау гүзәле"!Юлиә Хәҡимғужина  - "Торатау гүзәле"!
Юлиә Хәҡимғужина - "Торатау гүзәле"!

714 тауыш менән 2-се башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Юлиә Юнир ҡыҙы Хәҡимғужина "Торатау гүзәле" номинацияһында еңеү яуланы!

Махсус ҡушымта ярҙамында ойошторолған тауыш биреүҙә барлығы 3 меңгә яҡын төркөмдәшебеҙ ҡатнашты. Һылыу ҡыҙҙарҙың һәр береһе һоҡланыуға лайыҡ! Улар өсөн тауыш биреүселәргә лә ихлас рәхмәт! Һөҙөмтәләр ошонда: https://vk.com/app7198399_-23747558#poll624a95cf5a74d108c3f5244c

Быйыл гүзәллек бәйгеһендә район һәм ҡалабыҙҙан 10 ҡыҙ ҡатнаша. Конкурстың финалы тап бөгөн ҡала мәҙәниәт һарайында уҙғарыласаҡ. Ҡыҙҙарҙың һәр береһенә лә уңыштар теләйбеҙ!

Юлиә Хәҡимғужина  - "Торатау гүзәле"!
Юлиә Хәҡимғужина - "Торатау гүзәле"!
Автор:"Торатау" гәзите редакцияһы.
Читайте нас