

Берәү бар, ти, берәү юҡ, ти,
Бәхәс бара бик ҡаты.
Анау өйҙә һуғышалар
Бер ир менән бер ҡатын.
Улар өсөн ул юҡ, беләм.
Булһа, һуғышмаҫ ине,
Йөрәктәре асыу, нәфрәт
Менән тулышмаҫ ине.
«Бар» тигәндәре торалар
Йәнен бирерҙәй булып:
Бер-береһе өсөн утҡа,
Һыуға керерҙәй булып.
Мөхәббәт ул бармы, юҡмы?
Бәхәс бара күп йылдар.
Ыҙғыш-талаш ерҙә ул юҡ,
Татыу өйҙә ул бит бар.
Фото: https://pixabay.com/ru