Мәҙәниәт
12 Апрель 2022, 09:00

«Яҙҙар моңо» тамашасыны илатты ла, көлдөрттө лә

Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайында Кинйәбулат мәҙәниәт йортоноң “Зөбәржәт” башҡорт халыҡ театры драматург Әхәт Ғаффарҙың “Яҙҙар моңо” спектаклен ҡуйҙы. Режиссеры Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Зөбәржәт” башҡорт халыҡ театрының етәксеһе Зөбәржәт Шаһиева.

«Яҙҙар моңо» тамашасыны илатты ла, көлдөрттө лә«Яҙҙар моңо» тамашасыны илатты ла, көлдөрттө лә
«Яҙҙар моңо» тамашасыны илатты ла, көлдөрттө лә

“Яҙҙар моңо” драмаһы, ҡәһәрле һуғыш йылдарынан һуң бик күп ерҙәрҙә йыш осраған сетерекле проблеманы күтәреп сыға. Яу яланынан “ҡара ҡағыҙ” килһә лә, Сәғиҙулла иҫән-һау тыуған ауылына, ҡатыны, улы янына ашҡынып ҡайта. Әммә уны “үлгәндәр” иҫәбенә индергәндәр, һөйгәне Йәрмигә кейәүгә сыҡҡан.

Һалдаттың иҫән ҡайтыуы ауылдаштарын берсә шатландыра, берсә ҡайғы-хәсрәттәргә һала. Фәрзәнә лә, Сәғиҙулла ла намыҫтарына хыянат итмәйҙәр, тормош иптәштәренә тоғро булып ҡалалар. Яңынан ҡауышыу өсөн бер генә аҙым ҡала, тик улар был юлды һайламай, ғүмер буйы ғазапланып йәшәргә мәжбүр булалар. Ә уларҙың мөхәббәттәре, улдары хаҡына бергә бәхетле йәшәргә хоҡуҡтары бар ине бит. Сәғиҙулланың өҙҙөрөп гармунда уйнап йырлауы күптәрҙең төн йоҡоһон ғына түгел, ә йән тыныслығын ала. Сөнки был моңда уның йөрәк һағышы, ҡайнар мөхәббәте сағыла. Йәрми - Шайморат Ғиниәтуллиндың сараһыҙлыҡтан әрнеп ҡысҡырып ебәреүе, уның да сыҙамлығы бөтөүен күрһәтә.

Зөбәржәт Шаһиева түҙемле, аҡыллы ҡатын Бибисара ролен уйнай. Ирен аңларға тырыша, кәрәк саҡта йыуатыу һүҙҙәрен дә таба.

Драма, ысынлап та, уйландырырлыҡ: халҡыбыҙҙың үткәне, бөтә илебеҙ тарихы сағыла. Ауылдың бер яҡ осонда йәштәр туйы бара, икенсе осонда - үлем... Шулай тормош дауам итә.

Спектаклдән һуң бар тамашасыны ла бер үк һорау борсоғандыр: “Ни өсөн Фәрзәнә Сәғиҙулла менән яңынан ҡауышманы? Икеһе лә бер-береһен һағынып, йәшлек мөхәббәттәренә тоғро булып та, үҙҙәрен дә, яҡындарын да хәсрәттәргә һалды икән?” Спектаклдең аҙағына тиклем бына-бына төп геройҙар ҡулын-ҡулға тотоношоп бергә булырҙар тип өмөт итәһең, әммә Сәғиҙулла ла, Йәрми ҙә, хатта Фәрзәнә лә яҡты донъя менән хушлаша. Уларҙың саф мөхәббәте шишмә тауышы, яҙғы моңдар булып йырҙа ғына ҡала. Ә йыр артабан йәшәй, сөнки һөйөү йырын йәш быуын вәкиле Хөрмәт отоп ала, ҡулына гармун алып һыҙҙырып уйнап та ебәрә.

Спектакль уйландырырлыҡ булғас, ошондай һығымта яһарға булалыр: әгәр ҙә тамаша кешеләр күңелен тетрәндереп һорауҙар тыуҙыра, төп геройҙарҙың яҙмышы битараф ҡалдырмай икән, тимәк, Кинйәбулат халыҡ театры үҙ маҡсатына ирешкән, режиссер әҫәрҙе дөрөҫ һайлаған. Драманың уңышы актерҙарҙың оҫта уйнауынан да тора. Улар шул тиклем оҫта уйнанылар, хатта уларҙы һәүәҫкәрҙәр, төрлө һөнәр эйәләре икәнен дә онотаһың. Гөлниса Хисмәтуллина, Әсҡәт Өмөтбаев, Зөбәржәт Шаһиева, Шайморат Ғиниәтуллин, Гөлназ Хәлиуллина, Мортаза Ханнановтарҙың сығыштарын тамашасылар бик йылы ҡабул иттеләр һәм көслө алҡыштарға күмделәр.

Тамашанан һуң режиссер күңел хистәре менән дә бүлеште:

- Беҙҙең театр күптән эшләп килә. Мин режиссура бүлеген тамамлап эшләй башлағанда түңәрәк кенә булып асылғайны, 2003 йылда халыҡ театры исемен алдыҡ.
Был исемде өс йыл һайын иҫбатлап торабыҙ. Төрлө республика конкурстарында ҡатнаштыҡ. Театрға төрлө йәштәге кешеләр йөрөй. Әҫәрҙе лә бергәләп кәңәшләшеп һайлайбыҙ һәм әҙерләйбеҙ. Ә.Ғаффарҙың “Яҙҙар моңон” үҙебеҙҙең мәҙәниәт йортонда бер нисә тапҡыр, Этҡол, Сәлих ауылдарында ҡуйҙыҡ. Тамашасылар бик әүҙем йөрөй. Спектакль ҡуйыуҙан тыш, фольклор буйынса ла эш алып барабыҙ. Республика, район кимәлендә лә еңеп сыҡҡаныбыҙ бар. Оҙаҡламай Ишембай ҡалаһында үткәреләсәк Йола байрамына әҙерләнәбеҙ, - ти Зөбәржәт Фәррәх ҡыҙы ғорурланып.

Талантлы коллективҡа Ишембай районы муниципаль районы мәҙәниәт бүлеге театр сәнғәтен үҫтереүҙәге өлөш индереүҙәре өсөн һәм Театр көнө уңайынан маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр тапшырҙы.

Спектаклде сәхнәгә ҡуйыусы режиссер З. Шаһиеваның етди, бер үк ваҡытта сетерекле проблемалы әҫәрҙе сәхнәләштерә алыуы оло маҡтауға лайыҡ. Бөгөнгө көндә һуғыш, һалдаттар яҙмышы – актуаль. Күпме ҡатындар, әсәләр “үлем ҡағыҙын” ҡулына алһа ла, ғүмеренең аҙағынаса өмөттәрен һүндермәй көтәләр...

 

Автор фотолары.

«Яҙҙар моңо» тамашасыны илатты ла, көлдөрттө лә
«Яҙҙар моңо» тамашасыны илатты ла, көлдөрттө лә
Автор:Фәриҙә ХАЛИҠОВА
Читайте нас