Мәҙәниәт
12 Апрель 2022, 15:00

Баланы үҫтергән саҡта...

.

Баланы үҫтергән саҡта...Баланы үҫтергән саҡта...
Баланы үҫтергән саҡта...

Баланы үҫтергән саҡта,
Һыҙлай әсә беләге.
Бала үҫеп еткәс инде,
Һыҙлай әсә йөрәге.
Әсә йөрәген һыҙлатмағыҙ,
Үҫеп еткәс, балалар,
Әсәйҙәрҙе онотмағыҙ,
Йыраҡлашһа аралар.
Сәстәргә көмөш ҡунһа ла,
Әсәйҙәргә беҙ бала,
Һаман: "Балам!" - тип иңдәргә,
Әсәйҙәр ҡулын һала...
Үҙен таныта шул хистәр,
Бала өйҙө ташлағас,
Балаҡайым, - тип һағынып,
Йөрәк һыҙлай башлағас.

 

Фото: https://pixabay.com/ru

Автор:З.Йәрмөхәмәтова
Читайте нас