Мәҙәниәт
10 Апрель 2022, 09:30

Этҡол ауылы таланттарға бай төбәк

Этҡол ауылы таланттарға бай төбәк тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер, бына кисә тағын мәҙәниәт йортонда йыр-моңға ғашиҡ нәҫел концерты уҙҙы. Был юлы Гөлбикә һәм Һибәтулла Ибраһимовтарҙың талантлы ҡыҙҙары тарафынан ойошторолған тамаша ҙур алҡыштарға күмелде.

Этҡол ауылы таланттарға бай төбәкЭтҡол ауылы таланттарға бай төбәк
Этҡол ауылы таланттарға бай төбәк

Сара бала саҡ хәтирәләре, йәшлек йылдары, тыуған яҡҡа, ата - әсәләргә һөйөү йырҙары менән үрелеп барҙы. Һәр сығыш яһаусыға, айырыуса Мәскәү ҡалаһынан махсус рәүештә концерт өсөн ҡайтҡан Зөләйха апайға шығырым тулы зал тамашасылары исеменән ҙур рәхмәтемде белдерәм. Йыр - моңға һөйөүегеҙ һүнмәһен. Барығыҙға ла иҫәнлек- һаулыҡ, ижади уңыштар, ғаилә бәхете теләйем. Ҡыҙҙарының Этҡол сәхнәһен гөрләткәне өсөн Гөлбикә инәйҙең, Һибәтулла бабайҙың рухтары шатланғандыр.

P.s. Үмәрбаевтар, бик күп тамашасыларҙың һорауы буйынса, сират һеҙҙәлер ул?

Этҡол ауылы таланттарға бай төбәк
Этҡол ауылы таланттарға бай төбәк
Этҡол ауылы таланттарға бай төбәк
Этҡол ауылы таланттарға бай төбәк
Этҡол ауылы таланттарға бай төбәк
Автор:Гөлдәр Йәрмөхәмәтова
Читайте нас