

Ике ҡыҙым, ике ҡыуанысым,
Тормош еле һеҙҙе ҡаҡмаһын.
Ҡара уйҙан, бәлә-ҡазаларҙан
Фәрештәләр һеҙҙе һаҡлаһын.
Һеҙ бит минең ике йыуанысым,
Йөрәк ярып сыҡҡан балалар.
Әсәй, тейеп өҙөлөп тороуығыҙ,
Йөрәгемә балдай тамалар.
Тормош юлы һеҙҙе айырһа ла,
Айырмаһын тормош тулҡыны,
Бер-берегеҙгә терәк булығыҙ һеҙ -
Доньяларҙың була упҡыны.
Фәрештәләр һеҙгә юлдаш булһын,
Алыҫтарға сәфәр сыҡһағыҙ.
Минең өсөн үҫеп етһәгеҙ ҙә,
Сабый бала булып ҡалағыҙ.
Фото: https://pixabay.com/ru