

Матур итеп биҙәлгән залда ҡул эштәренән күргәҙмә ҡуйылды. Байрамда ике урам араһында өҫтәл әҙерләү, таҡмаҡтар ярышы, ҡыҙыҡлы интермедиялар буйынса ярыш ойошторолдо. Ике команда ла бик әүҙем ҡатнашты, тик ярышта, әлбиттә, дуҫлыҡ еңде.
Шунда уҡ китапханалар селтәрендә уҙғарылған "Туған ерем таланты" исемле бәйгелә ҡатнашҡандарға бүләктәр тапшырылды.
Сара күңелле сәй эсеү менән тамамланды.
ЙФото: https://vk.com/club118987140