Мәҙәниәт
30 Марта 2022, 14:00

Ышанысым,терәгем бул...

.

Ышанысым,терәгем бул...Ышанысым,терәгем бул...
Ышанысым,терәгем бул...

Ышанысым,терәгем бул,
Ышығым бул-һалҡындарҙа,
Ҡурсалап ҡалыусым бул һин
Дөрләп янған ялҡындарҙан.

Күҙ йәштәрем күреп ҡалһаң
Йүгереп килсе яндарыма.
Ауыр һүҙҙән өшөгәндә
Йылы өрсө йәндәремә.

Ҡаршылаусы булсы тағы
Юлдар гиҙеп ҡайтҡан саҡта.
Иркәләп уятыусым бул һин
Яҡты таңдар атҡан саҡта.

Һәм шул саҡта күҙҙәремдә
Балҡып яныр яҡты йондоҙ.
Онотмаһаң ине шуны:
Мин бит-ҡатын-ҡыҙ.
Ҡатын-ҡыҙ!


Фото: https://pixabay.com/ru

Автор:Гөлнур Ғиззәтуллина
Читайте нас