Мәҙәниәт
29 Март 2022, 14:00

Үлтермәгеҙ кеше шатлыҡтарын...

.

Үлтермәгеҙ кеше шатлыҡтарын...Үлтермәгеҙ кеше шатлыҡтарын...
Үлтермәгеҙ кеше шатлыҡтарын...

Үлтермәгеҙ кеше шатлыҡтарын,
Һөйөнөстөң утын һүндермәгеҙ.
Бәхет бит ул – осор ҡошсоҡ ҡына,
Ҡанаттарын бер үк һындырмағыҙ.

Йән көстәрен түгеп, яулап алған
Хәләл уңышынан көнләшмәгеҙ.
Тып-тын ҡалып, бәхет кисергәндә,
Өндәшмәгеҙ, зинһар, өндәшмәгеҙ.

Ҡара төндә ҡайғы өткәнендә,
Өмөт шәмдәлдәрен һүндермәгеҙ.
Хаҡ-нахаҡҡа үҙе баһа бирер,
Барыр һуҡмағынан дүндермәгеҙ.

Былай ҙа бит бәхет ымһындырып
Янған йондоҙ ғына күктәрҙә.
Алтын балыҡ кеүек әкиәттәге
Хыял булып ҡала күптәргә.

Һөйөнөгөҙ кеше шатлығына,
Бүлешкәндән бәхет күбәйә.
Ҡыуаныс ул ҡояш һымаҡ яҡты,
Ҡапламаһын көнсөл күләгә.


Фото: https://pixabay.com/ru

Автор:Зөһрә Ҡотлогилдина.
Читайте нас